Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
8 Ноябрь 2020, 11:07

Йәштәрҙең үлемендә кем ғәйепле?

Фажиғәгә Тәфтиш комитеты асыҡлыҡ индергән. Белгестәр билдәләүенсә..

Башҡортостандың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө ҡалаһында булған фажиғәлә ғәйепле кеше табылған.
Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 февралдә Бөрөләге фатирҙарҙың береһендә 18 йәшлек егеттең йәнһеҙ кәүҙәһе һәм иҫтән яҙған 14 йәшлек ҡыҙ табылғайны. Аҙаҡтан ҡыҙҙың да дауаханала вафат булыуы билдәле булды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тикшереү үткәргәндән һуң йәштәрҙең һөрөм еҫенән ағуланып үлеүен асыҡлаған. Егет менән ҡыҙ фатирҙы ҡуртымға алған булған.
Белгестәр үлемесле газдың төтөн юлдарында һәм вентиляция каналдарында йыйылып тороуын, йылытыу ҡаҙанлығы эшләүенән бүленеп сыҡҡан газдың торлаҡ эсендә таралыуын билдәләгән. Һөҙөмтәлә тап ошо хәл йәштәрҙең фажиғәле һәләк булыуына килтергән. Тәфтишселәр был хәлдә "Торлаҡ фонды идаралығы" идарасы компанияһының 47 йәшлек директоры ғәйепле, тип иҫәпләй.
Ҡулланыусыларҙың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә бәйле хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәгән хеҙмәт күрһәтеү, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтереү осрағы буйынса енәйәт эше асылған. Уға ярашлы, идарасы компания етәксеһе төтөн һәм елләтеү юлдарының төҙөклөгөн тикшереү өсөн яуаплы ойошма менән килешеү төҙөгән, ғәмәлдә иһә был эштәр башҡарылмаған.
Унан тыш, йортта ошоға бәйле тағы бихисап етешһеҙлектәр табылған, былар унда йәшәгән кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Шулай итеп, кемдеңдер үҙ эшенә илке-һалҡы ҡарауы арҡаһында ике йәш ғүмер өҙөлгән...
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: