Стәрлетамаҡтың автобус туҡталҡаларында протокол төҙөгән полиция хеҙмәткәрен күреү хәҙер ғәҙәти күренешкә әүерелде. Уларҙың битлек режимын тикшереүе барыһына ла мәғлүм һәм, ҡыуанысҡа күрә, һаҡланыу сараларын ҡулланғандар күпселекте тәшкил итә. Әммә араларында ҡағиҙәләрҙе инҡар иткәндәр ҙә осрай.
Ундайҙар өсөн ҡануниәт ярайһы ҙур штраф һалыуҙы күҙаллай: беренсе тапҡыр битлекһеҙ эләкһә – 30 мең һум, икенсе мәртәбә инде был сумманың 50 меңгә етеүе ихтимал. Әлбиттә, ошондай хәлгә ҡалғандан һуң күптәр урамға битлек кейеп сығырға онотмаҫ...
Битлекте исем өсөн, эйәккә эләктереп йөрөгәндәр ҙә осрай. Әлбиттә, инспекторҙы күреү менән улар тиҙ генә “төҙәлә” һала.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Усманов әйтеүенсә, тикшереүҙәр 14 октябрҙән даими үткәрелә, көн һайын бер нисә тәртип боҙоусы эләгә.
Бындай саралар, транспорттан тыш, магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә лә уҙғарыла. Һатыусылар һаҡланыу ҡағиҙәләренә етди ҡарай, сөнки бер кем дә предприятие ябылыуын, кемдер эшһеҙ ҡалыуын теләмәй. Унан тыш, штраф күләме лә йөҙҙәрсә мең һум – ниндәй ойошма хужаһы ошондай сығым булыуына юл ҡуйһын?
Шуға күрә һуңғы ике айҙа Стәрлетамаҡта сауҙа ойошмаларына бер генә протокол да төҙөлмәгән. Быны ҡала хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәттәр бүлеге белгестәре раҫлай.
Патруль ҡала парктарында ла үтә. Был күптәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Сәбәбе ябай: асыҡ һауала, иркенлектә битлек кейеү, бер яҡтан, талап ителмәһә, икенсе яҡтан, был - йәмәғәт урыны, шуға ла унда компания менән йыйылыу тыйыла, йәнә санитар нормаларҙы үтәү зарур. Кире осраҡта, штраф көтә.
Йышыраҡ, әлбиттә, закон вәкиле менән граждандарҙың һөйләшеүе иҫкәртеү менән тамамлана. Әммә ныҡ киреләнгәндәрҙе протокол көтә. Артабан иһә - суд.
Пандемия осоронда бындай саралар ҡулланмайынса булмай, сөнки сәләмәтлегебеҙгә бәйле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, коронавирус һымаҡ ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу – фәҡәт үҙебеҙ өсөн.