Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Октябрь 2020, 15:33

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуына бәйле судтар эш тәртибен үҙгәртә

*

13 октябрҙән Башҡортостандың Юғары суды, район, район-ара, ҡала һәм участка мировой судтары эш тәртибен үҙгәртә. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуына бәйле ошондай ҡарар ҡабул ителде.
«Тыңлаусылар, киң мәғлүмәт саралары индерелмәй, шәхси ҡабул итеү ваҡытлыса туҡтатыла. Аңлағыҙ беҙҙе, зинһар, был мәжбүри сара, ул һеҙҙең именлегегеҙ өсөн индерелә бит», — тип белдерҙеләр судтарҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Журналистарға суд процестарын яҡтыртыу өсөн суд эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итергә, барлыҡ мәғлүмәтте тиҙ генә ебәрергә вәғәҙә итәләр.
Читайте нас: