Рәсәйҙә йыл аҙағына тиклем «гараж амнистияһы» тураһында закон ҡабул итергә йыйыналар. Росреестрҙа аңлатыуҙарынса, уның ярҙамында ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, күп йылдар элек үҙ гараждарын төҙөгән 3,5 миллионға яҡын автоһәүәҫкәр төрлө сәбәптәр менән милеккә хоҡуғын теркәүҙән мәхрүм булды, шуға уларҙы һата, бүләк итә, мираҫ итеп ҡалдыра, емергән өсөн компенсацияға дәғүә итә алмай.
Хужанан быны раҫлаған документтар талап ителә, уларҙың исемлеге һуңғараҡ билдәле була. Шулай уҡ пай өсөн түләү, кооперативта гараж тотоу һәм ремонтлау, бүлеү тураһында ҡарар йәки гараж һатып алыу тураһында килешеү кәрәк.