Аяҡ кейемдәрендә код хаҡ яҙылған биркаға йәки ҡумтаға ҡуйыла. Тәмәке ҡабында код булмаһа һәм һатыусы кассала тауарҙы Data Matrix коды менән үткәрмәһә – был закон боҙоу була. Һәр кем смартфонына https://честныйзнак.рф/potrebitelyam/ сайтында Честный ЗНАК ҡушымтаһын урынлаштырып тауарҙы тикшерә һәм етешһеҙлектәр тураһында ошо сайтҡа хәбәр итә ала. Тауарҙағы маркировка кодын сканерлағандан һуң һатып алыусы уның легаль булыу-булмауы, етештереүсеһе, ҡулланыу ваҡыты (дарыуҙар өсөн) тураһында мәғлүмәткә эйә була. Шулай уҡ ҡушымта ярҙамында тауарҙағы штрих-кодты һәм касса чектарын сканерларға мөмкин. Маркировкалауҙың ошондай системаһы ғәҙел конкуренция үҫешенә һәм легаль бизнес алып барыу шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Һатып аласаҡ тауарҙа кодты тапмаһағыҙ йәки уны Честный ЗНАК ҡушымтаһында уҡый алмаһағыҙ, был турала Честный знак.рф сайтында хәбәр итергә кәрәк. Әгәр кодлы тауарҙы ҡулаҡсаһыҙ түләп алыуға һәм чек биреүгә ҡаршы булһалар ҙа ошо сайтҡа яҙығыҙ. Закон боҙоу тураһында мәғлүмәтте сайт операторы тикшергәндән һуң тикшереү-күҙәтеү органдарына ебәрә.
КоАП-тың 15.12-се статьяһына ярашлы, маркировкаланмаған тауарҙы һатыу, йөрөтөү һәм етештергән өсөн эшҡыуарҙарға 5 – 10 мең һум күләмендә штраф һалынырға мөмкин. Юридик шәхестәргә штраф 50 меңдән алып 300 мең һумға тиклем тәшкил итә. Бөтә легаль булмаған изделиелар тартып алына. Бынан тыш, әгәр маркировкаланмаған тауарҙарҙың хаҡы 1,5 миллион һумдан артып китһә, енәйәт эше ҡуҙғатылып, ғәйепләнеүсегә Енәйәт Кодексының 171.1-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү һәм 80 мең һум штраф янай.