Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Август 2020, 23:37

"Ул унда ултырғанда, беҙгә тынысыраҡ"...

Хәтерләйһегеҙме, бынан бер-нисә йыл элек Виолетта Токарчуктың вафаты Башҡортостанда йәшәгән бар халыҡты тетрәндергәйне.

Биш йыл элек педофил ҡулынан берҙән-бер ҡыҙын юғалтҡан Юрий Токарчук енәйәтсенең судҡа биргән дәғүәһенә ҡарата үҙ фекерен белдергән. Алдан иҫкәртеүебеҙсә, баланы мыҫҡыл итеп, йәнен ҡыйған өсөн ғүмерлеккә төрмәгә ябылған педофил Валеткин, ҡулға алғанда баҫым яһалды, тип судҡа әленән-әле дәғүә (иск) биреп ята - мораль зыянға 245 мең һум аҡса һорай. 4 июлдә суд уның сираттағы дәғүәһен кире ҡаҡты. Был хаҡта "Новости Уфы и Башҡортостана" порталы хәбәр итә.
Ә бит суд ҡарары буйынса, холоҡ төҙәтеү колонияһында яза алып ултырған Валеткин үҙе 11 йәшлек Виолетта Токарчуктың ғаиләһенә 2,5 миллион һум түләргә бурыслы. Шуға ҡарамаҫтан, әленән-әле дәғүәләр белдерергә баҙнат итә.

Виолеттаның атаһы Юрийҙың фекеренсә, бәлки, ул шундай юл менән бурысының бер өлөшөн ҡапларға уйлайҙыр.
"Былашып ҡараһын, уның бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ. Уға берәү ҙә түләмәйәсәк. Башта үҙ бурыстарын ҡаплаһын. Эш аҡсала түгел - ул төрмәлә эшләмәй, эт һуғара. Әгәр эшләп бурысын ҡайтара башлаһа, беҙ ул аҡсаларҙы Хәйриә фондына күсерәсәкбеҙ. Миңә ул мәлғүндән бер ни кәрәк түгел. Бурысы бөтһә, алдан сығарыуҙарын һорай башлар тип ҡурҡам. Ул унда ултырғанда беҙгә тынысыраҡ... Шулай ҙа үҙен иҫкә төшөрөп тороуы йәнде көйҙөрә", - тип әсенә ир.

Виолетта Токарчуктың вафаты Башҡортостанда йәшәгән бар халыҡты тетрәндерҙе. Ҡыҙыҡайҙы йәлләп, күптәр балаға йоғонғандарға ҡарата беҙҙең илдә үлем язаһы булмағанға әсенде. Был фажиғәнән һуң йәмғиәт балаларҙың хәүефһеҙлегенә икенсе ҡараш менән ҡарай башланы.
Әйткәндәй, 6 августа Виолеттаға 16 йәш тулған булыр ине...
Фото: Bash.News.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: