Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
21 Июль 2020, 12:21

Бер ҡыҙҙы бүлешә алмағас...

/

Уҙған ялдарҙа Өфөлә ҡот осҡос хәл теркәлә. Ҡаланың “Спорт” туҡталышынан алыҫ түгел урында ҡанһыраған 31 йәшлек егетте табалар. Күп тә үтмәй тәфтишселәр енәйәтсенең шәхесен асыҡлай. Ул Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәшәгән 22 йәшлек егет булып сыға. Уның быға тиклем дә бер нисә тапҡыр суд эскәмйәһенә ултырғанлығы билдәле, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Баҡтиһәң, йәштәр урамда осраша, бәхәсләшеп китә, эргәләрендә низағтың сәбәбе - икеһенә лә таныш ҡыҙ ҙа була. Һүҙ артынан һүҙ сығып, бәхәс һуғышҡа әйләнә. Йоҙроҡ менән генә аңлаша алмағас, һуғышҡа бысаҡ ҡушыла. 22 йәшлеге көндәшен бер нисә тапҡыр яралай ҙа фажиғә урынынан ҡасыу яғын ҡарай. Ҡаза күргән егет ҡанға батып урамда ятып ҡала. Шаһиттар "Ашығыс ярҙам" саҡыра, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар егеттең үлемен генә дәлилләргә мәжбүр була.
БР буйынса Тәфтиш комитеты белдереүенсә, енәйәт ҡылыусы ҡулға алынып, әле уға ниндәй яза биреү мәсьәләһе тикшерелә.
Фото pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: