Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
10 Июль 2020, 10:48

Ауырлы ҡатынға бысаҡ ҡаҙағандар

Ете айлыҡ ауыры булған әсәнең ҡарынындағы сабыйы...

Аяныслы хәл Өфөнөң Совет урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында теркәлә. Ете айлыҡ ауыры булған ҡатындың эсенә бысаҡ ҡаҙауҙары хаҡында хәбәр алына.
Йәрәхәтләнгән әсәне тиҙ арала баш ҡаланың бала табыу йорттарының береһенә оҙаталар. 32 йәшлек яраланған әсәнең ҡарынындағы сабый зыян күргәнме, юҡмы - әлегә хәбәр ителмәй.
Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр төркөмө эшләй.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: