Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
7 Июль 2020, 23:19

Санкинды биш адвокат яҡлаясаҡ

Малайҙарға ярҙам иткән ирҙең оҙаҡ йылдарға төрмәгә ултырыуы ихтимал.

Өфө ҡалаһының Калинин район судында 34 йәшлек автомеханик Владимир Санкинға ҡағылышлы енәйәт эше ҡарала башланы. Ғәйепләнеүсенең оҙаҡ йылдарға төрмәгә ултырыуы ла ихтимал, шуға ла адвокаттар, уны аҡлауға ышанып, киң билдәлелек алған енәйәт эшен суд присяжныйҙарының ҡарауын һораған.
Мәғлүм булыуынса, 30 ғинуарҙа Өфөнөң Инорс биҫтәһендә эштән ҡайтып барғанда 14 йәшлек үҫмер йүгереп сығып, 54 йәшлек ирҙең үҙҙәренә бәйләнеүен белдереп, ярҙам һорай. Санкин иһә ярҙамға ташлана, тик был хәл фажиғәле тамамлана – ул ирҙе үлтергәнсе туҡмай.
Санкинды яҡлаған адвокаттарҙың береһенең һүҙҙәренсә, малайҙар подъезда йылынып торғанда улар эргәһенә Владимир Зайцев килеп, коммуналь фатирҙағы бүлмәһенә ҡунаҡҡа саҡыра. Аҙаҡ унда тулыһынса сисенергә ҡуша һәм бының өсөн аҡса тәҡдим итә. Бер малай ҡурҡыныс янауын аңлап, тышҡа сығып ҡаса, үтеп барған Санкинға иптәшен мәсхәрәләргә теләүҙәрен әйтеп, ярҙам һорай. Ир фатирға инеп, икенсе малайҙы сығара башлай, шул саҡта В. Зайцев менән араларында бәхәс тыуа, һуңынан һуғышып китәләр, был хәл тышта ла дауам итә. Һөҙөмтәлә Владимир Санкин балаларға ташланған ирҙе ныҡ итеп туҡмай, һәм ул "Ашығыс ярҙам" машинаһында йән бирә.
Социаль селтәрҙә күптәр В. Санкинды яҡлап, ул дөрөҫ эшләгән тип сығыш яһай, әммә Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы уны кеше үлтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Әле В. Санкинды биш адвокат яҡлай, уларҙың икәүһе Мәскәүҙән. Араларында Рәсәй Президентының Кеше хоҡуҡтары буйынса советы ағзаһы Шота Горгадзе ла бар. Был адвокаттар өсөн ғәйепләнеүсе түләмәй, ә билдәһеҙ бағыусы сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған.
Әле был эш буйынса судьяның кабинетында алдан ике ултырыш үтте. Ҡасан эште ҡарау башланасағы билдәһеҙ.
“8 сентябрҙә тағы ла бер алдан ултырыш үтәсәк. Унда ҡасан присяжныйҙар коллегияһы төҙөлә башлаясағы асыҡланасаҡ. Әлегә унда журналистарҙы индермәйҙәр, сөнки Енәйәт-процессуаль кодекс буйынса алдан ултырыштарҙы ябыҡ режимда уҙғарыу талап ителә”, – тип белдерҙе адвокат Виктория Каратаева.
“Был хәлдә ул ниндәй ғәйебен танырға тейеш икән, аңламайым. Һис шикһеҙ, Санкинға белдерелгән ғәйепләүҙәр ысынбарлыҡ менән тура килмәй. Тикшереү барышының һәм ҡанундарҙың камил булмауы сәбәпле ул ыҙаларға тейеш түгел. Әлеге хәлдә енәйәт эше ҡуҙғатылған статьялар буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыу законға тап килмәй. Шуға ла беҙ присяжныйҙар судын һайланыҡ – уның яҙмышын граждандар ойошмаһы хәл итһен өсөн”, – тип белдерҙе адвокат Шота Горгадзе.
Фото: mgazeta.com
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: