Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
16 Май 2020, 12:42

Эх, Рәмил...

"Ул язанан азат ителмәй. Үлтереү факты ҡала", - тине адвокат. Ул тағы ла ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Байкал аръяғындағы хәрби часта ике офицерҙы һәм алты хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың өлкән һалдаттар тарафынан йәберләнгәнен 2-се Көнсығыш өлкә хәрби суды ла таныған.

Быға тиклем Чита гарнизоны хәрби суды Руслан Мөхәтовты йәш һалдаттарҙы йәберләүҙә ғәйепле тип тапҡайны. Был хаҡта адвокат Рауил Туғушев һөйләгән.

"Эш судҡа барып етте, һәм Рәмил Шәмсетдинов хеҙмәт иткән часта уставта ҡаралмаған мөнәсәбәттәр, йәш һалдаттарҙы мәсхәрәләү булғаны раҫланды. Руслан Мөхәтов йәш һалдаттарҙан уставта ҡаралмаған күнегеүҙәр эшләткән, баштарына һуҡҡан, Рәмил Шәмсетдиновтың балтырына типкән", — тине Рауил Туғушев.

Адвокат бөгөн Руслан Мөхәтовҡа сығарылған ҡарарҙы ҡәтғиләндереү буйынса апелляция шикәйәттәрен ҡарау булғанын әйтте. "Руслан Мөхәтовҡа сығарылған ҡарар үҙ көсөндә ҡала. Уны Чита гарнизон суды шартлы рәүештә ике йылға һәм 30 мең һум штрафҡа хөкөм итте", — тип һөйләне ул.

Рауил Туғушев әйтеүенсә, был ҡарар Рәмил Шәмсетдинов иреккә сығарылырға мөмкин тигән һүҙ түгел. "Часта уставта ҡаралмаған мөнәсәбәттәр булғаны раҫланыу Рәмил Шәмсетдиновты язанан азат итмәй. Үлтереү факты ҡала", — ти Туғушев.

Адвокат Рәмил Шәмсетдиновтың әле тикшереү изоляторында булыуын әйтте. "Судҡа тиклем тикшереү эштәре пандемия сәбәпле әлегә туҡтатылды. Самолеттар менән проблема бар. Майҙың егермеләренән һуң мин йәки коллегам Руслан Нагиев уның янына осасаҡбыҙ. Июнь–июль айҙарына эш судҡа бирелер тип уйлайым", — тине Рауил Туғушев.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: