Дәүләт теркәүе хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы интернетта Дәүләт теркәүе хеҙмәте рәсми сайтының дублёры барлыҡҡа килеүе тураһында иҫкәртә. Атап әйткәндә, бындай сайттар Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мғлүмәттәр биреү буйынса онлайн-хеҙмәттәр тәҡдим итә. Йыш ҡына улар, үҙ майҙансыҡтарында рәсми символиканы файҙаланып, үҙҙәрен Дәүләт теркәүе хеҙмәте исеменән эш иткән агенттар тип таныштыра.
«https://rosreestr.ru сайты Дәүләт теркәүе хеҙмәтенең берҙән-бер рәсми сайты, дәүләт хеҙмәттәре алыу сығанағы булып тора. Ведомствоның бер ниндәй ҙә вәкилдәре һәм аралашсылары юҡ. Ялған сайттарға мөрәжәғәт итеү финанс яҡтан юғалтыуҙарҙан тыш, күсемһеҙ милек өлкәһендә дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр алыуға килтереүе ихтимал», — тип белдерҙеләр ведомствола.