Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
11 Апрель 2020, 01:50

Коронавирусты асыҡлай торған аппарат һатҡандар...

Аферистар Өфө районы пенсионерҙарын алдап йөрөгән //

Өфө районының Зубово ауылында ике ир оло йәштәгеләргә коронавирус булыуын билдәләй торған “шәп аппарат” һатып йөрөгән. Был хаҡта “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә.
Республикала үҙизоляция режимы шарттарында был ике ир йорттан-йортҡа йөрөп, коронавирусты асыҡлай торған яйланма тәҡдим иткән. Ауыл халҡы әйтеүенсә, улар хатта битлек тә кеймәгән була.
--Улар әлеге прибор коронавирусты асыҡлай тине. Һатып алырға һәм ауырыуҙың бармы-юҡлығын шунда уҡ асыҡларға ҡуштылар. Әгәр баш тартһағыҙ, беҙ бында махсус хеҙмәт саҡыртабыҙ һәм һеҙҙе ашығыс рәүештә дауаханаға алып китәсәктәр тип ҡурҡыттылар,--тип һөйләгән телевидение хәбәрсеһенә ауылда йәшәүсе Анастасия Каткова.
Зубово кешеләре быларҙың мутсылар икәнлеген аңлап, шунда уҡ полицияға хәбәр иткән. Бәхеткә, оятһыҙ бәндәләрҙең эҙенә тиҙ төшкәндәр. Әле тикшереү эштәре бара.
Фото:gtrk.tv
Автор: Юлия Төхвәтуллина
Читайте нас: