Стәрлетамаҡта йәшәүсегә таныш булмаған кеше шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған һәм кемдер уның иҫәбенән аҡса алырға маташыуы хаҡында хәбәр иткән. Ай буйына банк «хеҙмәткәрҙәре» төрлө номерҙарҙан тағы бер нисә тапҡыр шылтыратҡан. Һөйләшкән ваҡытта улар ханымдың ата-әсәһенең карта номерҙарын белеп ҡалған.
Ә һуңыраҡ уға йәнә шылтыратып, мутлашыусылар уның исеменә төрлө банктарҙа кредиттар алған тип әйткәндәр. Ханым ата-әсәһе менән банктарға барған, унда бөтә кредиттар раҫланған. Аферистарҙың кәңәше буйынса, ғаилә банкоматтан барлыҡ аҡсаһын алып, күрһәтелгән иҫәптәргә күсергән. Дөйөм алғанда, 2,5 миллион һум.
Мутлашыусылар уларҙы хәҙер аҡсағыҙ хәүефһеҙ урында тип ышандырған. Банктарҙан кредитты түләмәүҙәре тураһында хаттар килә башлағас, ғаилә үҙҙәрен алдауҙарын аңлаған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған.