Кисә һижри календарь буйынса 1445 йылдың тәүге көнө булды. 18 июлдә аҡшам намаҙы менән бергә зөлхизә айы тамамланып, мөхәррәмгә аяҡ баҫтыҡ.
Яңы йылдың тәүге айының унынсы көнө – Ғәшүрә. Уны ураҙа тотоп үткәреү хәйерле һанала, был турала байтаҡ хәҙистәр бар.
Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: “Кем һәр айҙың өс көнөндә һәм Рамаҙан айында ураҙа тота, шул һәр ваҡыт ураҙала йөрөгән кеүек булыр. Ғәрәфә көнө өсөн Аллаһ Тәғәлә үткән йылда һәм быйыл ҡылынған гонаһтарҙы кисерер, тип өмөт итәм. Ә Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа өсөн Аллаһ былтырғы гонаһтарҙы юйыр, тип ышанам” (Мөслим йыйынтығынан).
Тимәк, Ғәшүрә көнөндә тотолған ураҙа үткән йылдың гонаһтарын юя, шуға ул форсатты үткәреп ебәрмәгеҙ!
Пәйғәмбәребеҙҙең, Аллаһ Тәғәлә хозурына күсергә бер нисә ай ҡалғас: “Киләһе йылға тиклем йәшәһәм, туғыҙынсы мөхәррәмдә лә ураҙа тотасаҡмын”, – тигәне билдәле (Мөслим йыйынтығынан). Ләкин уға киләһе мөхәррәмгә тиклем йәшәргә насип булмаған. Ә беҙҙең был мөбәрәк айҙың 9-сы ла, 10-сы ла көндәрен ураҙа, истиғфар, зикерҙәр һәм доғалар менән үткәрергә мөмкинлегебеҙ бар әле, иншаллаһ.
Фото: islam.ru