Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
26 Апрель 2023, 09:46

Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһаң, йыл буйы тотҡанға һаналыр

Шул кешенең 40 йыллыҡ гонаһы ярлыҡаныр. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ғәмәл дәфтәрен Ҡиәмәт көнөндә уң ҡулына бирер. 

Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһаң, йыл буйы тотҡанға һаналыр
Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһаң, йыл буйы тотҡанға һаналыр

Мөхәммәт пәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһиссәләм: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң кем Шәүүәл айында алты көн ураҙа тота, шул кеше тулы бер йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр, сөнки бер изгелеккә ун өлөш сауаптан кәм булмаҫ. Йәғни 30 көнгә 300 көн ураҙа сауабы булыр. Алты көнгә 60 көн ураҙа сауабы яҙыла. Был 360 көн ысын мәғәнәһендә бер йыл булыр», – тип әйткән. Тағы: "Бер кеше Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә был кешенең тәнен тамуҡҡа харам ҡылыр», – тигән. 

  Бер кеше Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, шул кешенең 40 йыллыҡ гонаһы ярлыҡаныр. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ғәмәл дәфтәрен Ҡиәмәт көнөндә уң ҡулына бирер. 

 Икенсе көн ураҙа тотһа шул Шәүүәл айында, уға 70 хаж сауабы яҙылыр.

 Өсөнсө көн ураҙа тотһа, 200 шәһит сауабы яҙылыр. Ошо кешенең ҡәберенә һәр көндә 100 фәрештә зыярат ҡылыр – Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр көн был кеше өсөн изгелектәр яҙырҙар.

 Дүртенсе көн ураҙа өсөн Аллаһ Тәғәлә был кешенең 70 хәжәтен үтәр донъя хәжәттәренән һәм әхирәт хәжәттәренән. Һәр көндә был кеше өсөн 70 мең фәрештә мәғрифәт теләр, йәғни: «Йә, Раббым! Был бәндәнең гонаһын ярлыҡа», — тип доға ҡылырҙар.

 Бишенсе көн менән Аллаһ Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итә. Ул кешенең ҡәбер ғазабын күтәрер. Ҡиәмәт көнөндә был кешегә йөҙө нурлы булыр.

 Алтынсы көн ураҙаһы менән был кешегә Аллаһы Тәғәлә 60 йыл ураҙа сауабын яҙыр. Әгәр ошо арала вафат булһа (үлһә) шәһид булып был донъянан китер.

 Был Шәүүәл айында ураҙаны шаршамбы йә кесе йома көнөндә тотһалар, сауабы күберәк булыр. Шул хаҡта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Шәүүәл айында алты көн – шаршамбы, кесаҙна, йома көн ураҙа тотһа ожмахҡа инер», — тигән.

 Был алты көн ураҙа өсөн был тиклем сауап булыуына ғәжәпләнмәгеҙ, уның өсөн Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте күптер: бер изгелеккә 10 өлөш сауап бирер, бәғзеһенә 70 өлөш сауап бирер, бәғзеһенә 700 өлөш сауап бирер, ә бәғзеһенә мең-мең өлөш бүләк бирергә ҡөҙрәте етәлер.

Изгелектәрҙең сауабын Аллаһ Тәғәләнән башҡа һис бер кем бирмәҫ.

 Нәзир Сабитовтың шәхси сайтынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
 
 
Автор:
Читайте нас: