Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
17 Апрель 2023, 16:47

ҠӘҘЕР КИСЕ

Ҡәҙер кисе - йылдың иң мөһим, хәл иткес мәле. Ни өсөн шулай һуң? Ҡасан була ул Ҡәҙер кисе?..

ҠӘҘЕР КИСЕ
ҠӘҘЕР КИСЕ

Ҡәҙер кисенең ҡасаныраҡ һәм нисегерәк булыуын аңлатҡан хәҙистәр байтаҡ. Мәҫәлән, Ибн Ғүмәр һөйләгән хәҙистә әйтелгәнсә, сәхәбәләрҙең ҡайһы берҙәре төшөндә уның Рамаҙан айындағы һуңғы ете төндә булыуын күргән. Бөтә ғүмеребеҙ дауамында юғалтҡан нәмәләребеҙҙе кире ҡайтарыу мөмкинлегебеҙ бармы икән беҙҙең?

– Ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн әжер-сауаптарҙы йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә тапҡыр арттырырға мөмкинме икән?

– Беҙгә сәләм биреүсе, беҙҙең өсөн Аллаһҡа доға ҡылыусы, беҙ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт иткән саҡта "Әмин!" тиеп тороусы Ябраил (ғәләйһиссәләм) етәкселегендәге фәрештәләр менән бер йәмәғәттә төн үткәреү мөмкинме икән? – Элекке гонаһтарыбыҙҙан ҡотолоу мөмкин булған мәлдәр бармы икән?

– Ҡиммәтен, баһаһын аңларға беҙҙең аҡылыбыҙ етмәҫлек, телдәребеҙ менән уны һүрәтләп бирә алмаҫлыҡ бармы икән шундай бер төн?

Эйе, бар. Был төн – Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Рәсүлебеҙгә Ҡөрьән Кәрим тап ошо Ҡәҙер кисендә тапшырыла башлай. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән игелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала Ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле. Аллаһу Тәғәлә ҡолдарына һәр ваҡытта ғибәҙәттә булһындар өсөн ҡайһы көн икәнен ҡәтғи рәүештә белдермәгән. Тимәк, был кисәне эҙләгәндәргә рамаҙан айының күп кистәрендә ғибәҙәт итеү фарыздыр. Был кисәнең ғәләмәттәре шуларҙан ғибәрәт: көнө асыҡ, еләҫ булыр, бик һалҡын да, бик эҫе лә булмаҫ. Ҡайһы бер ғалимдар әйткәнсә, Ҡәҙер кисәһендә эттәр тауышы ишетелмәҫ, иртә таңда ҡояш ҡыҙыл булып, күҙҙәрҙе сағылдырмайса ҡалҡыр. Ҡәҙер кисәһе хаҡындағы хәҙис шәрифтәрҙә былай тип әйтелә: “Ҡәҙер кисәһенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә кисереп, ғәфү итер”, – тиелә. “Ҡәҙер кисәһендә бер тапҡыр “Иннә әңҙәлнәһү”(Әл-Ҡадр) сүрәһен уҡыған башҡа замандарҙа Ҡөрьән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөлөр”; “Ҡәҙер кисәһендә бер тәсбих “Сөбхәналлаһ”, бер тәхмид “Әлхәмдүлиллаһи”, бер тәһлил “Аллаһу әкбәр” әйтеүсе Минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүсенән дә ҡиммәтлелер”; “Был кисәлә һарыҡты һауып алған ваҡыт тиклем булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кисәләрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан да ҡиммәтлелер.” “Ҡәҙер кисәһендә өс тапҡыр “Ләә иләәһә илләллаһу” әйтеүсенең: беренсеһендә — гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер; икенсеһендә — йәһәннәмдән ҡотолор; өсөнсөһөндә йәннәткә керер”; “Ҡәҙер кисәһендә „Әл-Ҡадр“ сүрәһен уҡыған кеше Ҡөръән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр” (йәғни , бының сауабына ирешер). Хәҙрәти Ғәйшә Расүлуллаһтан һораны: “Әгәр Ҡәҙер кисәһенә ирешһәм, унда нимә уҡыйым?” Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: “Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн тухиббүл ғәфүә фәғфү ғанни”, – доғаһын уҡырһың”, – тип әйте. Мәғәнәһе: “Йә Рабби, һис шикһеҙ Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине лә ғәфү ит”, — тимәктер. Аллаһ Рәсүле әйткән: “Ҡәҙер кисәһенә килгәндә, Джәбраил фәрештә йәмәғәт йыйылған ваҡытта төшәр. Намаҙ ҡылырҙар, аяҡта баҫып йә ултырып, Аллаһты зикер итәр, һәр кемгә сәләм бирер”. Рамаҙан айының һаналған ғына көндәре ҡалды, инде изге ғәмәлдәр ҡылырға, мохтаждарға ярҙам итергә, сауаплы эштәр эшләргә, Аллаһтан ғәфү үтенергә ашығайыҡ! Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡәҙер кисенә ирешергә насип итһен, доғаларыбыҙҙы, изгелектәребеҙҙе ҡабул итһен. Рамаҙан кисәләрендә Ҡәҙер кисәһенә тап килеү өмөтө менән йәшәйек!

Автор:
Читайте нас: