ИМАН
25 Ноября 2022, 07:20

Күҙ тейеүҙән нисек дауалайҙар?

Күҙ тейеүҙән дауалауы ул тиклем ауыр түгел.

Күҙ тейеүҙән нисек дауалайҙар?Күҙ тейеүҙән нисек дауалайҙар?
Күҙ тейеүҙән нисек дауалайҙар?

Күҙ тейеүҙән дауалауы ул тиклем ауыр түгел. Мөхәммәт бәйғәмбәр был хаҡта: «Әгәр ҙә берегеҙгә күҙ тейһә, күҙ тейҙереүсенән ғөсөл, тәһәрәт алыуын талап итеп, шул һыу менән ҡойонһон», – тигән. Өмәмә бин Сәхелдең атаһы менән дә шундай хәл була. Уның атаһы әл-Хурар бер урында һыу инә. Әмир исемле сәхәбә уға ҡарап һоҡланып: «Һинең тәнең шундай аҡ, йомшаҡ, нәҡ йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, мин ундай тәнде күргәнем юҡ», – ти. Шунан һуң атаһының хәле насарая. Уны Мөхәммәт бәйғәмбәргә килтерәләр. Ул: «Берәйһенән шикләнәһеңме?» – тип һорай. «Эйе, Әмирҙән», – ти ул. Бәйғәмбәр Әмирҙе саҡырып: «Ни өсөн һин уға бәрәкәт һорап доға ҡылманың? Аяҡтарыңды йыу», – ти. Әмир йыуынғас, әл-Хурар шул һыу менән ҡойона һәм сәләмәтләнә. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе ҡойонорға теләмәһә, уның шәхси берәй нәмәһен – баш кейемен йәки һөлгөһөн алырға, еүешләргә, шуның менән күҙ тейгән кешене ышҡырға кәрәк. Алла теләһә, ярҙам бирер. Күҙ тейеүҙән «Фатиха», «Аятел- Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡылыр.

https://dairagazite.ru/articles/imanly-bul-yn-uyy-y/2022-11-25/k-teye-n-nisek-daualay-ar-3045678

Автор:
Читайте нас