Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
17 Октябрь 2022, 10:39

Ҡөръән күңелде таҙарта

Бер ваҡыт ейәнсәре өләсәһенән һораған:- Өләсәй, бына һин нисәмә йыл инде көн һайын “Ҡөръән” уҡыйһың. Берәй нәмә иҫеңдә ҡаламы һуң?

Ҡөръән күңелде таҙарта
Ҡөръән күңелде таҙарта

-Юҡ, ҡыҙым, ҡалмай.
-Улайһа ниңә ҡабат-ҡабат уҡыйһың һуң?
-Анау картуф тултырылған кәрзинде күрәһеңме? Шуны бушат та, һыу килтер тәүҙә, - тигән өләсәһе.

Ҡыҙыҡай бер нисек тә кәрзин менән өйгә һыу алып ҡайта алмай икән. Шулай ҙа бер нисә тапҡыр быны эшләп ҡараған.
- Өләсәй, тишек-тошоҡ кәрзин менән һыу ташыуҙан ней файҙа? – тигән ул.
- Ә һин иҫләйһеңме, һыу ташый башлағансы кәрзин ниндәй ине?
- Бысраҡ ине.
- Ә хәҙер нисек?
-Таҙа.
- Беҙҙең күңелдәрҙә шулай: “Ҡөръән” уҡыған һайын көндән-көн таҙара бара.

Автор:Гульдар Кадаева.
 
https://ataisal.com/articles/t-rbi/2022-10-16/r-n-k-elde-ta-arta-2990787
Автор:
Читайте нас: