Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған “Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек” фәнни-ғәмәли конференцияһы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Өфөләге Ислам университетының яңы корпустарын асыу менән дә үҙенсәлекле булды.
Яңы корпустар - Туҡай урамында. Уларҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
"Илебеҙ - миллионлаған мосолман өсөн тыуған йорт. Ике быуаттан ашыу Рәсәйҙә Исламдың рәсми үҙәге беҙҙә – Башҡортостанда эшләй. Юғары мөфтөй, хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин дүрт тиҫтә йыл дауамында танылған рухи лидерыбыҙ булып тора. Беҙҙең өсөн ул – ысын патриот", - тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Ислам университетының яңы корпустарында Өфөләге билдәле “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең иң яҡшы традициялары дауам ителәсәген дә билдәләне, сөнки тап ошо белем усағынан заманында күп билдәле эшмәкәр, рухи лидерҙар сыҡҡан.
Тәлғәт Тажетдин һәм башҡа дин әһелдәре был көндә республика Башлығы ҡулынан дәүләт наградалары ла алды.
Сығанаҡ: "Башинформ".