Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә ата-әсәне ихтирам итеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Шул өгөт-нәсихәттәрҙе иҫтән сығарып, йыш ҡына беҙ иң күркәм мөғәмәләбеҙгә лайыҡ кешеләрҙе рәнйетеп тә ҡуябыҙ. “Хәлемә инер, онотор, ғәфү итер...” тип, был мәсьәләгә еңел ҡарайбыҙ, балаһынан ауыр һүҙ генә булһа ла ишетеүҙе ныҡ ауыр кисергәндәрен, ата-әсәнең ризалығын алып, Аллаһтың ярлыҡауына ирешергә мөмкин икәнлеген онотоп ебәрәбеҙ. Эйе, уларҙың ризалығын алыу еңелдән түгел икәнен күңел төбө менән аңлайбыҙ, ләкин үҙебеҙсә улар өсөн берәй изгелек эшләгәндән һуң күберәккә өмөт иткәндәре асыҡлана. Ата-әсә ысынлап та күпкә лайыҡ, тик уларҙы риза итеү хәлебеҙҙән киләме? Һаман донъя артынан сабабыҙ, үҙебеҙҙән, балаларыбыҙҙан бер нәмәбеҙҙе лә ҡыҙғанмайбыҙ, ниндәйҙер эске тауыш ата-әсә мәнфәғәттәрен өҫтөнөрәк ҡуйырға саҡырһа ла, ҡолаҡ һалырға теләмәйбеҙ. Ләкин донъя арты менән боролһа, хәлебеҙгә ингән, беҙҙең хаталарыбыҙға мең дә бер һылтау тапҡан шул ғәзиз кешеләребеҙ янына барыбер ҡайтабыҙ. Ә инде уларҙы юғалтһаҡ, уйҙарыбыҙҙа улар менән оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшәбеҙ, уларһыҙ ни тиклем ҡыйын икәнен әйтергә теләгән һымаҡ, улар менән бергә уҙғарған мәлдәрҙе хәтер һандығынан сығарып, күҙ алдында теҙәбеҙ. Шундай саҡтарҙа, ваҡытты артҡа бороп, шул ғәзиз кешеләребеҙ янына ҡайтҡы, ғәфү үтенге, сөкөрләшеп тәмле сәйҙәрен эске килә. Ләкин ваҡытты бороп булмай, улар өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә Аллаһҡа доғалар менән ялбарыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Сығанаҡ: "Ваҡыт" гәзите төркөмө.
Фото:dummo.ru