Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
25 Март 2022, 10:07

Хуш киләһең, изге Рамаҙан!

1 апрелдә ҡояш байыу менән ураҙаға аяҡ баҫабыҙ. 2 апрель – изге Рамаҙан айының тәүге көнө.

Хуш киләһең, изге Рамаҙан!
Хуш киләһең, изге Рамаҙан!

Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә – кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү, тип аңлата динебеҙ. Тимәк, беҙ ҙә ураҙаның ана шул төп сифаттарын хәтерҙә генә тоторға тейешбеҙҙер.

Ошо изге ай башланыр алдынан Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.  

Рамаҙан айының дәрәжәһе ҙур

Мөхәммәд пәйғәмбәр хәҙисендә: “Рамаҙан айына ингәндә ожмах ишектәре асыла, ә тамуҡ ишектәре ябыла һәм дә шайтандар бығауланып ҡуйыла”,- ти. Ураҙа айында бихисап кеше тотҡан ураҙаһы, ҡылған изге ғәмәлдәре, уҡылған намаҙҙары, биргән фитыр саҙаҡалары, мохтаждарға ярҙамдары өсөн ҙур сауаптарға ирешеп, ожмахҡа индерелер һәм тамуҡ утынан һаҡланып ҡалыр”,- ти. Шайтандар бығауланыпҡуйылыр тигәндә, Рамаҙан айында кешенең үҙ нәфсеһе менән генә тороп ҡалыуы тураһында әйтелә, йәғни уны ҡотортҡан, вәсүәсә ҡылған шайтандар булмай. Шуға күрә был айҙа изге ғәмәл ҡылыуы еңел, рәхәт була. Сәлмән әл фарсы бер хәҙистә Шәғбан айының һуңғы көнөндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең  хөтбәһен һөйләй: “Эй, кешеләр! Бөйөк, бәрәкәтле ай етте! Был айҙың Ҡәҙер кисе бар, ул мең айҙан да хәйерлерәк. Аллаһы Тәғәлә ошо айҙа Ураҙа тотоуҙы фарыз итте, төндәрен намаҙҙа үткәреүҙе нәфел итте. Кем дә кем Рамаҙан айында ниндәйҙер  нәфел изгелек эшләгән булһа, башҡа айҙарҙа бер фарыз үтәгәнгә, ә фарыз ғәмәлен үтһә, башҡа айҙарҙа 70 фарыз үтәгәнгә тиң булыр. Рамаҙан – сабырлыҡ айы һәм уның сауабы ожмах. Ошо айҙа Аллаһы Тәғәлә иманлы кешеләрҙең ризығын арттыра. Уның тәүге уны көнө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт көндәре. Уртансыһы –мәғфирәт, һуңғыһы Хоҙай Тәғәлә тамуҡтан ҡотҡара торған көндәр. Кем дә кем ураҙа тотоусыны ашатһа, йәғни ауыҙ астырһа уның гонаһтары ғәфү ителер һәм үҙ-үҙен тамуҡтан ҡотҡарыр. Ураҙа тотоусының әжер сауаптарына ирешер, ләкин был кешенең дә сауаптары кәмемәй. Ауыҙ астырырға мөмкинлеге булмағандарға Мөхәммәд пәйғәмбәр: “Ураҙа тотоусыға бер финик емеше йәки һөткә болғап берәй ризыҡ, бик булмаһа һыу бирһә лә сауаптарға ирешә. Ә кем дә кем ураҙа тотоусыны туйҙырғансы ашатһа, уның гонаһтары ғәфү ителер”,- ти. Ошо айҙа кем дә кем үҙ ҡулы аҫтында эшләүсенең хәлен еңеләйтһә, Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итер, тамуҡтан ҡотҡарыр.  Рамаҙан айында дүрт нимәне күбәйтегеҙ. Икәүһе Раббығыҙҙы ризалаштырыр, йәғни Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ тип шәһәдәт әйтегеҙ, Ләиллаһи илаллаһ һәм әстәғәфируллаһ һүҙҙәре. Икәүһенә һәр берегеҙ мохтаж. Бында Аллаһы Тәғәләнән ожмахҡа индереүен һорағыҙ. Тағы бер хәҙистә: “Рамаҙан айында минең өммәтемә биш үҙенсәлек бирелде. Беренсеһе Рамаҙан айының беренсе төнөндә Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡолдарына ҡарар һәм кем уның ҡарашына ирешә, был кеше бер ҡасан да ғазапланмаҫ. Икенсеһе  ураҙа тотоусыларҙың ауыҙынан сыҡҡан еҫтәр, Аллаһы Тәғәлә алдында хушбуй еҫенән дә тәмлерәк. Өсөнсөһө Рамаҙан айының һәр бер көнө һәм төнөндә фәрештәләр  пәйғәмбәр өммәте өсөн истихфар ҡылып торалар, йәғни Аллаһы Тәғәлә ғәфү итһен уларҙы, тип доға ҡылалар. Дүртенсеһе Аллаһы Тәғәлә ожмахҡа әмер итә. Бишенсеһе һуңғы төндә мосолмандарҙың барыһын да ғәфү итә”,- ти Мөхәммәд пәйғәмбәр. Йәғни ай буйына тырышып ураҙаһын тотоп, намаҙ, Ҡөрьәндәрен уҡып, фитыр саҙаҡаһын биреп, изге ғәмәлдәр ҡылғандары өсөн Аллаһы Тәғәлә барыһын да ғәфү итә. “Әгәр кешеләр Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәләнең күпме бәрәкәт-рәхмәттәре барлығын белһә, уның йыл дауамында барыуын теләрҙәр ине”,- ти бер хәҙисендә Мөхәммәд пәйғәмбәр.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 12-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: