Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
2 Февраль 2022, 10:30

Сабырлыҡ – оло ниғмәт

Нисек яҡшы, рәхәт йәшәгәнеңде белгең килһә, үҙеңдән түбәндәгеләрҙең тормошон ҡара

Сабырлыҡ – оло ниғмәт
Сабырлыҡ – оло ниғмәт

Кеше был донъяға рәхәт йәшәү өсөн генә килмәй. Һәр кемде яҙмыш төрлөсә һынай. Әммә Аллаһы Тәғәлә биргән һынауҙарға бирешеп, эскегә һалышыусылар ҙа, үҙенә ҡул һалыусылар ҙа осрай. Шулай уҡ Аллаһтың тәҡдиренә бойһоноп, уны сабырлыҡ менән үткәрергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Тормошта ниндәй генә ауыр һынауҙар килһә лә уны сабырлыҡ менән үткәреү һәм үҙеңдә артабан йәшәргә көс табыу өсөн нимәләр эшләргә? Был турала беҙ Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Рәсүл хәҙрәт, ни өсөн сабырлы булыу кәрәк?

-Был донъяла беҙҙең менән ниндәй генә хәл булһа ла, ҡыуанысмы, ҡайғымы уларҙың һәммәһе лә беҙҙе һынар өсөн бирелгән. Шуның менән беҙ фани донъяла имтихан тотабыҙ. Бындай ваҡытта беҙ, тәү сиратта, Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрөп, уның ризалығын уйлап, ҡыуаныслы мәлдәрҙә шөкөр итеп, ҡайғы ваҡытында сабыр итә белергә тейешбеҙ.

Сабырлыҡ – ул Аллаһы Тәғәлә биргән ҙур ниғмәт. Был тормошта ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә йәшәп булмай. Изге Ҡөрьән Кәримдә лә: “Намаҙҙарығыҙҙы ҡалдырмағыҙ һәм сабырлы булығыҙ”, - тиелә. Был, әлбиттә, кемдәргәлер ауыр эш тойолор, тик Аллаһы Тәғәләнең асыуынан ҡурҡҡан кешеләргә генә ул ауыр булмаҫ. Ҡайһы бер осраҡта Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ күрһәтеүҙе талап итә. “Был тормошта һеҙгә төрлө һынауҙар ебәрербеҙ”, - тиелә Ҡөрьәндә. Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәр өсөн сабырлы булыу мөһим. Сабырлыҡ беҙгә гонаһ эшләүҙән, нәфсенең яуызлығынан ҡотолорға ярҙам итә.

  • Кешегә һынауҙар ни өсөн бирелә?
  • Аллаһы Тәғәлә кемдәрҙелер байлыҡ, икенселәрҙе мохтажлыҡ, ярлылыҡ, бәлә-ҡазалар менән һынай. Байлығы, аҡсаһы күп кешеләр мал-мөлкәтен үҙе файҙаһына ғына тотонамы, әллә башҡалар менән бүлешә, йәғни мохтаждарға ярҙам итәме, мохтаждар иһә ауырлыҡты сабырлыҡ менән үткәрә беләме, ярлы хәлендә  ҡәнәғәт, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле була аламы икәнлеген белеү өсөн һынала. Нимә тип зарланһаҡ та бөгөн беҙ муллыҡ заманында йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙҙең өҫтәле тулы ризыҡ, нимә кейәйем тимәйбеҙ, һәр бер өйҙә машина бар, хатта ҡайһы берәүҙәрҙә улар икәү-өсәү. Ниндәй генә ғаилә булмаһын әҙерәк тырышһа, эшләһә,  бөтә нимәгә өлгәшергә була. Бынан 80-90-сы йылдар осорон ҡараһаҡ, бер телем икмәккә зарыҡҡан замандар булған. Хатта аслыҡтан ғаиләләре менән ҡырылғандар. Әммә ауыр заманға ҡарамаҫтан, кешеләр тырышып йәшәгән, ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән үткәрә белгән. Уларҙың рухи көсө ныҡ булған. Әлеге тормошта күп етеш йәшәгән кешеләр байлыҡтары менән уртаҡлашып бармай, фарыз зәкәтте бирмәйҙәр. Киреһенсә осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләр аҡсаһы булмаһа ла саҙаҡа бирергә, зәкәт түләргә, мохтаждарға ярҙам итергә, йәғни изге ғәмәлдәр ҡылыуҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Ошондай яҡшы сифатлы кеше булыу - Аллаһы Тәғәләнең бер рәхмәте ул. Ә бына бай булып та,  һаран,  мал-мөлкәтен башҡаларҙан ҡыҙғанған кешеләр ҡиәмәт көнөндә фани донъяла йыйған бөтә байлығын башҡаларға биреп бөтөргә һәм уларҙан ҡотолорға теләр. Әммә ул ваҡытта ҡотола алмаясаҡтар. Ҡайҙан һәр бер тинен йыйғаны, йәғни хәләл кәсептәр менәнме, әллә хәрәмме һәм нимәгә сарыф иткәне тураһында тулыһынса яуап бирмәйенсә бер аҙым эшләй алмаясаҡ. Ундайҙарға Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирмәй. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: “Иң ауыр һынауҙарҙы пәйғәмбәрҙәр үткәрә, унан һуң әүлиәләр, йәғни Аллаһы Тәғәләгә яҡын заттар”, - ти. Кеше Аллаһы Тәғәләгә яҡынайған һайын, уны нығыраҡ һынай. Шуға күрә сабырлы булыу мөһим. “Сабырлыҡ – ул ҡояш нуры кеүек”,- тигән Мөхәммәд пәйғәмбәр. Әгәр  ҙә һәр бер һынауҙы сабырлыҡ менән үткәрә алһаҡ, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ҡылған гонаһтарыбыҙҙан арындыра. Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: “Мосолмандың хәле ғәжәпле, сөнки уның барыһы ла яҡшы. Әгәр ҙә әҙәм балаһы ҡыуаныслы ваҡиғалар кисереп, шуның өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтеп,  шөкөр итһә, уға сауаптар яҙыла. Әгәр ҙә инде киреһенсә ауырлыҡ килгәндә сабыр итә белһә, шулай уҡ сауап яҙыла”,- ти. Хоҙай Тәғәлә һынауҙар ебәреп, кешеләрҙе уятырға теләй. Улар артыҡ шашып китмәһен өсөн. Сөнки кешеләр күп осраҡта баштарына ҡайғы төшһә генә Аллаһы Тәғәләнең барлығы тураһында уйлана башлай, рәхәт йәшәгәндә иһә иҫтәренә лә төшөрмәй.
  • Аллаһы Тәғәләгә ни өсөн миңә ауырыу бирҙең, бәлә-ҡазаға юлыҡтырҙың тип һуҡраныу гонаһмы?
  • Был, әлбиттә, гонаһ һүҙ. Аллаһы Тәғәлә барыһын да белеп бирә. Ул, кеше күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтар бирмәй. Бындай осраҡта: “Беҙҙе был донъяға Аллаһы Тәғәлә яралтты һәм үлгәндән һуң уға кире ҡайтасаҡбыҙ”,- тип әйтергә кәрәк. Сөнки был тормошҡа барыбыҙҙа ваҡытлыса ғына килгәнбеҙ һәм был һынау донъяһы ғына. Фани донъяла күпме генә оҙаҡ йәшәһәң дә, уны мәңгелек менән сағыштырһаң бер ни түгел. Ләкин кеше был донъяла һынауҙарҙы сабырлы үткәреп, Аллаһы Тәғәләнең ҡоло икәнлеген иҫбатлап, йәғни уға иман килтереп, үҙ ғүмерен матур үткәрә белһә, уның һөҙөмтәһе ожмахта буласаҡ. Һәр бер ауырлыҡтан һуң, Аллаһы Тәғәлә еңеллек бирә. Сөнки кеше рәхәтлектең ҡәҙерен аңламай, әгәр ҙә ҡыйынлыҡты күрмәһә. Шулай уҡ ауырымаһаң, һаулыҡ-сәләмәтлектең дә ҡәҙерен белмәйһең. Шуға күрә ауырыумы, ауырлыҡ булһынмы, кешегә һынау өсөн бирелә. Ул аңлап ҡабул иткән кешегә файҙаға ғына. Ул Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм берлеген онотоп, байлыҡ артынан ҡыуып, кешеләр менән матур мөнәсәбәт ҡора белмәй, үҙеңде генә уйлап, һаранланып китмәҫ өсөн кәрәк.
  • Яҙмышҡа зарланырға яраймы?
  • Юҡ, ярамай. Имандың алты шарты бар, шуның береһе тәҡдир яҙмышҡа, йәғни яҡшыһы ла, насары ла Аллаһы Тәғәләнән килә икәнлегенә ышаныу. Тимәк, уны дөрөҫ ҡабул итә белеү кәрәк. Әгәр ҙә кеше: “Ни эшләп миңә шундай ауыр яҙмыш бирелгән, Аллаһы Тәғәлә ғәҙел түгел”, - тигән уйҙар менән йөрөһә, был уның иманын юҡҡа сығара. Шуға күрә яҙмышыбыҙға яҙғанды дөрөҫ аңлай белеү мөһим. Шуны ла аңлай мөһим: ауырлыҡтар ебәреп, Аллаһы Тәғәлә кешенең гонаһын юя.

Нисек яҡшы, рәхәт йәшәгәнеңде белгең килһә, үҙеңдән түбәндәгеләрҙең тормошон ҡарау мөһим. Хоҙай Тәғәлә һәр кемгә һаулыҡты ла, мал-мөлкәтте лә һәм башҡаларҙы ла бүлеп биргән. Шуға күрә үҙебеҙгә бирелгән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белеп, рәхмәтле була белергә һәм шөкөр итергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, сәләмәтлектең ниндәй ҙур ниғмәт икәнлеген аңлар өсөн, дауаханаға барып, ауырыуҙарҙы күрер кәрәк. Әгәр ҙә өйө, ашар ризығы, мал-мөлкәте һәм кейер кейеме булған кешегә һаман да нимәлер етмәһә, үҙ йорто булмағандарҙың, мохтаждарҙың тормошона күҙ һалһын. Балаларына зарланғандар, балаһыҙ ғаиләләргә ҡараһын. Шуға күрә Аллаһы Тәғәләнең биргәненә риза, ҡәнәғәт булыу мөһим. Был, әлбиттә, матур, етеш йәшәргә ынтылырға ярамай тигәнде аңлатмай. Иң мөһиме – изге ниәттәр булыуы. Һаранлыҡ, үҙең өсөн генә мал-мөлкәт йыйыу бер ниндәй ҙә ҡыуаныс һәм файҙа килтермәйәсәк. Йәғни башҡалар менән уртаҡлашыу, мохтаждарға ярҙам итеү байлығыңды арттырасаҡ ҡына. “Эх ошо нимә бирелһә, изге ғәмәлдәр ҡылыр инем, шул кешеләргә ярҙам итә алыр инем”,- тигән изге уйҙар һәм ниәттәр менән йөрөһәң, шундай ынтылыш менән эшләһәң, Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирә. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, беҙ бер ҡасан да яҡшыға өмөттө өҙөргә һәм әлеге хәлебеҙгә зарланырға тейеш түгелбеҙ.

  • Хоҙай Тәғәлә биргән ниғмәттәр тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ.
  • Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәр бик күп. Беҙ уны һынап бөтөрә алмайбыҙ. Һаулыҡ, эсәр һыуҙарыбыҙ, һулар һауа һәм башҡалар булһынмы, һәммәһе лә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ниғмәттәр. Улар өсөн беҙ рәхмәтле була белергә тейешбеҙ. Ошо ниғмәттәрҙе күрмәү, танымау гонаһ, көфөрлөк, уларҙы инҡар итеү була. Бер шундай хикмәтле хикәйәт бар. Бер кеше ауырып китеп, дауаханаға эләгә. Уға тын алыр өсөн кислород бирәләр. Дауаханала бер нисә көн ятып дауаланғандан һуң, был пациентҡа кислород менән файҙаланған өсөн түләүгә иҫәп килтерәләр. Был иҫәпте ҡарай ҙа илап ебәр. Табиптар аптырап: “Ни эшләп илайһың? Шәбәйҙең бит, аҡса нимә инде ул, һаулыҡ менән сағыштырғанда”,- тиҙәр. “Аҡса өсөн иламайым, ә  Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булыуымдан күҙ йәштәрем түгелә. Бына ер йөҙөндә оҙаҡ йылдар йәшәйем көн һайын Аллаһы Тәғәлә биргән һауаны бушлай һулайым һәм иркен тын алам. Ә дауаханала ике-өс көн генә кислород менән тын алған өсөн аҡса түләргә кәрәк”, - ти пациент.
  • Башҡаларҙың тормошон тикшереп, яманлап, ғәйбәт һөйләү гонаһмы?
  • Әлбиттә, кешенең кәмселектәрен тикшереү һәм яманлап һөйләү оло гонаһ. Ғәйбәтселәр, йәғни банкроттар тураһында Мөхәммәд пәйғәмбәр былай ти: “Бындай кеше бихисап изге ғәмәлдәр, йәғни намаҙҙарын уҡыған, ураҙаларын тотҡан һәм башҡа яҡшы эштәр башҡарып та, әммә ул фани донъяла кемделер рәнйетһә, икенсене ғәйбәт итеп һөйләһә, өсөнсөһөнә һуҡтһа, дүртенсеһенең хаҡына керһә һәм ҡиәмәт көнөндә кемгә насарлығы тейгән улар килерҙәр һәм ҡылған изгелектәрен алып бөтөрҙәр, бер нимәһе лә ҡалмағас, башҡа килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын ҡалдырып китерҙәр. Һөҙөмтәлә был кеше Аллаһы Тәғәлә алдында тау-тау гонаһ менән барып торор”. Шуға күрә диндә телде тыйыуға ныҡ әһәмиәт бирелә. Мөхәммәд пәйғәмбәр: “Кемдә кем Аллаһы Тәғәләгә һәм ҡиәмәт көнө килеренә ышана, изге һәм яҡшы хәбәрҙәрҙе һөйләһен, булмаһа шымһын”, - ти. Яҡшы һүҙ тигәндә ул Аллаһы Тәғәләгә зекер итеү, ҡөрьән айттары уҡыу, ғилем өйрәнеү, кешегә яҡшы нәсихәттәр биреү, изгелеккә өндәү күҙ уңында тотола. Сөнки насар һүҙҙәр һөйләп, булған изге ғәмәлдәреңде юҡҡа сығарырға мөмкин. Бер сәхәбә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдән: “Беҙ һөйләгән һүҙҙәребеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙме?” - тип һорай.  Быға Мөхәммәд пәйғәмбәр: “Телдәрен тыймаған, ғәйбәт һөйләгән өсөн генә лә Ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙе тамуҡҡа һөйрәтеп алып барырҙар”, - тип ҡаты итеп яуаплай. Ҡөрьән Кәримдә лә ғәйбәт һөйләүселәрҙең мәйет итен сәйнәгән кеүек булыуы тураһында әйтелә.
  • Намаҙға һуңлап баҫыу яраймы?
  • Аллаһы Тәғәлә кеше балиғ йәшенә еткәс, йәғни ҡыҙҙар 10-12, малайҙар 13-14 йәштә намаҙ уҡырға фарыз иткән. Ул беҙгә йөкләтелгән бер бурыс. Шуға күрә беҙ уны үтәргә тейешбеҙ. Әгәр намаҙға баҫмаһаҡ, беҙ Аллаһы Тәғәләгә бойһонмайбыҙ һәм уның ҡушыуын үтәмәйбеҙ, шуның менән гонаһ йыябыҙ. Шуға күрә намаҙға ни тиклем иртәрәк баҫһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙгә күпме ғүмер биргәнен белмәйбеҙ һәм намаҙ уҡырға өлгөрмәй ҡалыуыбыҙ бар. Әммә кемдәр йәш саҡта намаҙ уҡымаған, ғүмерем үтте, хәҙер инде намаҙға баҫып тормаһам да ярай тип уйлау дөрөҫ түгел. Һаулыҡ-сәләмәтлегең, әле ғүмерең бар икән, һуңлап булһа ла намаҙға баҫырға кәрәк. Бәлки алдағы гонаһтарыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер. Ләкин һәр кемебеҙ бөгөнгө көнөбөҙ өсөн беҙ яуаплы һәм мөмкин тиклем иртәрәк намаҙға баҫыр кәрәк. Намаҙ уҡыу күп ваҡытты ла алмай. Аллаһы Тәғәлә беҙгә көн һайын йәшәр өсөн 24 сәғәт биргән, шуның бер сәғәтен булһа ла беҙ уға бағышларға тейешбеҙ. Намаҙ уҡыған кешенең гонаһтары, кәмселек-хаталары юйыла, таҙарына, Аллаһы Тәғәлә менән мөнәсәбәттәре нығына. Уларға яманлы уйлы, яуыз кешеләрҙең сихырҙары, ҡарғыштары ҡурҡыныс булмай. Уны Аллаһы Тәғәлә яуызлыҡтарҙан һаҡлай.
  • Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: