Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
16 Декабрь 2021, 16:30

Аллаһты онотма, Ул да һине онотмаҫ

-

Аллаһты онотма, Ул да һине онотмаҫ
Аллаһты онотма, Ул да һине онотмаҫ

Ни тиклем генә оҙон булып тойолмаһын, ғүмерҙең барыбер бер сиге бар. Уйлан һәм үлем килгәнсе бөтә гонаһтарыңдан тәүбәгә килеп, Аллаһ тарафынан үҙеңә вазифа итеп тапшырылғандарҙы үтәүҙә юл ҡуйған хаталарыңды төҙәтеп, кеше хаҡына инеп алыу ихтималы булғандарҙың тамсыһын да ҡалдырмай эйәһенә тапшырып китергә тырыш. Шул саҡта ғына бәндәләр бер ниндәй яуапҡа тарттырылмай йәннәттәргә инә алыр, ти.

 

Бәндәләр өҫтөндә кеше хаҡы, алдашыу һәм рәнйетеүҙәр баштан ашҡан, хыянаттар сик һәм самаларҙы үтеп киткән был заманда фәһемле нәсихәттәргә лә ҡытлыҡ ҙур.

Әгәр ҙә кеше быларҙың береһенең дә хаҡын түләп өлгөрә алмаған хәлдә үлеп китһә, Ахирәттә уның йәнен үҙе рәнйетеп йөрөгән йәндәр уратып алыр ҙа, берәүҙәр елкәһенә, икенселәр ҡулына, өсөнсөләр сәсенә йәбешеп, үҙенең хаҡын талап итер: “Һин мине рәнйеттең, мыҫҡыллап йөрөнөң, хурлауҙан туйманың, һин миңә күрше инең-күрше була белмәнең, минең менән һин алыш-биреш итеп йөрөнөң—алдашыуҙан башың сыҡманы, һатҡан әйбереңдең етешһеҙлеген йәшерҙең, хаҡын арттырып алдың. Һин минең мохтажлығымды күреп торҙоң, бай булыуыңа ҡарамаҫтан, ярҙам итә белмәнең, башҡалар мине ҡыйырһытып йөрөгәнде күрҙең—мөмкин була тороп яҡлап ҡалырға тырышманың”,-тиерҙәр.

 

Аллаһты онотма, Ул да һине онотмаҫ. Әгәр ҙә Аллаһты онотмаһаң, Ул һинең динеңде һаҡлар, дин һәм әҙәптән ситкә тайпылырға юл ҡуймаҫ, кешеләрҙең яуызлығынан, шайтан ҡотҡоһонан, төрлө рәнйетеүҙәрҙән ҡурсалар. Аллаһ әйтә: “Ундай кешеләрҙең һәр береһенең алдында ла, артында ла Аллаһ әмере менән уларҙы һаҡлап йөрөүсе фәрештәләр бар”,-ти.

Автор:Гузель Салихова
Автор:
Читайте нас: