Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
12 Апрель 2021, 20:22

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәребеҙ! Бөтә мосолман өммәте өсөн бөйөк Рамаҙан айы башланды.

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәребеҙ!
Бөтә мосолман өммәте өсөн бөйөк Рамаҙан айы башланды. Ошо мөбәрәк айҙа Аллаһы Тәғәлә үҙенең рәхмәте менән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бөтә кешелек донъяһына бәхеткә юл күрһәтеүсе изге Ҡөрьән-Кәримде индерә башлай.
Изге айҙа ураҙа тотоу – бөтә балиғ һәм сәләмәт булған кешеләр һәммәһе өсөн фарыз ғәмәл. Был ғәмәл ашау-эсеүҙән генә тыйылыу түгел, беҙҙең өсөн тәрбиә мәктәбе, әхлаҡи камиллыҡҡа ынтылыу, күңелдәребеҙҙе сафландырыу ҙа. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә, сабырлыҡҡа, йомартлылыҡҡа, шәфҡәтлелеккә әйҙәй.
Ошо изге айҙы изгелек эшләүгә, ололарға һәм мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышлағыҙ. Һис шикһеҙ Рамаҙан байрамын рәхмәт, Аллаһы Тәғәләнең әжер-сауабын алып, өмөт менән ошо һәм мәңгелек донъя бәхетенә ышаныс менән ҡаршы алырбыҙ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, иншаллаһ!
Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт.
Читайте нас: