Бөгөн Исламға, мосолман йолаларына иғтибар арта бара: һәр өйҙә тиерлек халыҡ аяттарға йыйылып дөйөм ғибәҙәттәр ҡыла, дин юлына баҫыусылар ҙа беҙҙең арала һирәк түгел. Шул уҡ ваҡытта Ислам тәғлимәте тураһында бөтә нимә беләбеҙме?
Әлбиттә аң-белемгә ынтылған кешеләргә бөтә юлдар асыҡ – хәҙер бының өсөн дини китап-әсбаптар ҙа, башҡа баҫмалар ҙа бихисап. Әммә күптәргә үҙ аллы өйрәнеү ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, был осраҡта беҙгә ғилемле имамдар ярҙамға килә лә инде. Элекке замандарҙа уҡ башҡорт ауылдарында һәр мәсет ҡарамағында уҡытыу ойошторолған, ҡайһыларында айырым уҡыу йорттары – мәҙрәсәләр ҙә асылған. Дини белем биреүҙең бөгөнгө мәсьәләләре менән танышыу маҡсатында район имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәткә мөрәжәғәт иттек.
–Рәсүл хәҙрәт, райондың төп иман йортонда йәғни Аҡъяр ауылының «Жәмиғ» мәсетендә дини уҡытыу ойошторолғанмы?
–Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү дәрестәрен башлап ебәрҙек. Әлеге ваҡытта теләүселәр өсөн шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә киске сәғәт 7-лә уҡытыу алып барыла.
–Район имамдары ла белемен камиллаштыра аламы?
–Имам-хатиптар өсөн һәр дүшәмбе һайын иртәнсәктән алып төшкә тиклем дәрестәр уҙғарыла.
–Ошо юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарырға ниәтләйһегеҙ?
–Киләсәктә иман йорто даими рәүештә халыҡҡа ғилем таратыу урыны булыр тип өмөт итәбеҙ. Дәрестәр уҙғарыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында мәсеттең цоколь ҡатындағы бүлмәләргә төҙөкләндереү эштәре башҡарырға планлаштырабыҙ. Шулай уҡ бында ашхана ла ойошторорға ниәт бар. Ошоға бәйле аҡса йыйыу иғлан ителде.
– Донъяның иң боронғо юғарыу уҡыу йортон – Әл-Әзһәр университетын тамамлауығыҙ мәғлүм. Беҙҙә уҡытыу сит илдәрҙән айырыламы?
– Әлбиттә, бер ни тиклем айырыла, әммә төп Ислам нигеҙҙәре бөтә ерҙә лә берүк.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 18-се һанында танышырға мөмкин.