Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
16 Ғинуар 2021, 17:10

Бәхил булығыҙ, хәҙрәт..

Кисә Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы (мәҙрәсәһе) директоры мәрхүм булып ҡалды.

Кисә Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы (мәҙрәсәһе) директоры Илдар Малахов мәрхүм булып ҡалды.
Ул баш ҡалала Н. Блохин исемендәге онкология үҙәгендә ауыр сирҙән дауаланған. Тик биш айлыҡ көрәш һөҙөмтәһен бирмәй, клиникала йән бирә. Уға 54 йәш ине.
Илдар Малахов 1968 йылда Ленинград ҡалаһында тыуа. Тәлғәт Тажетдиндың уҡыусыһы була. Ул бик ғилемле кеше. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, “Мири Ғәрәп” мәҙрәсәһен, Р. Фәхретдин исемендәге Ислам институтын, Ҡаһирәләге “Әл-Әҙхәр” Халыҡ-ара Ислам университетын, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә Этнологик тикшеренеүҙәр институты ҡарамағандағы аспирантураны тамамлай. Һуңғы йылдарҙа Болғар Ислам академияһында уҡыған, ғилми диссертациялар өҫтөндә эшләгән.
Илдар хәҙрәт Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты башланғысында торҙо, Башҡортостан һәм Рәсәйҙә мосолмандарға белем биреүгә ҙур өлөш индерҙе. Тап ул Өфө ҡалаһында М. Солтанова исемендәге мәҙрәсәгә нигеҙ һалған, аҙаҡ ул Ислам колледжы тип үҙгәртелгән. Уны тамамлаған кешеләр бөтә ил буйынса дини белгестәр булып эшләй, улар араһында әлеге Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин дә бар.
Илдар Малахов “Рисәләт” гәзитен сығарған, “Башҡортостанда Ислам” тигән сайтҡа нигеҙ һалған. Уның етәкселеге аҫтында тиҫтәләгән дини китап, ғилми баҫмалар донъя күргән.
Тап әле халыҡ мәрхүмде Иглин районы Аҡбирҙе ауылының Мосолман зыяратына ерләүгә йыйылды. Абруйлы диндарҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: РЕН-ТВ - Уфа
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: