Район хакимиәтендә уҙған Милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса советтың ултырышында Хәйбулла мосолмандарының яңы имам-мөхтәсибе – Рәил Мөхәмәтйәнов (Рәсүл хәҙрәт) менән таныштырҙылар. Мәғлүм булыуынса, район имам-мөхтәсибе вазифаһын Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тәғәйенләй.
Рәил Ғәле улына 33 йәш, ул Белорет районы Үҙәнбаш ауылында тыуған. 2013 йылда Әл-Әзһәр университетын (Ҡаһирә ҡалаһы, Мысыр Республикаһы) тамамлай. Башҡорт, урыҫ, ғәрәп һәм төрөк телдәрен белә. Өйләнгән, ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй.
Уға рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙә, изге башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.