Миәкә районынан ауыл хужалығы предприятиеһы 42 тонна арпа ярмаһын Вьетнамға оҙатты. Быға тиклем ярма өлгөләре энтомологик, гербологик һәм микологик экспертизалар үтте. Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, продукция өлгөләрендә карантин организмдары табылмаған һәм ул импортлаусы илдең фитосанитар талаптарына тап килә.
.