Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Июль 2023, 13:30

Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды

/

Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды
Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды
 

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2023 йылдың өсөнсө кварталына бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡын раҫланы -  99 772 һум. Министрлыҡтың бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Торлаҡты һатып алыу йәки төҙөү өсөн аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

 

Автор:Галина Бахшиева.

Автор:
Читайте нас: