Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июнь 2023, 10:57

Республикала теплицалар артасаҡ

Йыл әйләнәһенә томаттар үҫтереү өсөн майҙаны 20 гектарлыҡ заманса юғары технологиялы теплица комплексы төҙөү буйынса инвестиция пландары тикшерелде.

Республикала теплицалар артасаҡ
Республикала теплицалар артасаҡ

15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ЭКО-мәҙәниәт” агросәнәғәт холдингының директорҙар советы рәйесе Александр Рудаков менән осрашты. Улар республика биләмәһендә йыл әйләнәһенә томаттар үҫтереү өсөн майҙаны 20 гектарлыҡ заманса юғары технологиялы теплица комплексы төҙөү буйынса компанияның инвестиция пландарын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.

Проекттың бюджеты - 10 миллиард һум самаһы, ә комплекстың етештереү ҡеүәте йылына 13 мең тонна йәшелсә тәшкил итәсәк.

Республика Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы етештереүселәренең береһе булған компания менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙер, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

– Башҡортостанда теплица хужалыҡтарында йәшелсә үҫтереү традициялары көслө. Беҙгә етди уйынсы килеүе продукция етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы теплицаларҙы урынлаштырыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар һайлап алған, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән энергия селтәрҙәренә тоташтырыу мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барған.

“ЭКО-мәҙәниәт” холдингы яңы производстволар асыуға һәм эш урындарын арттырыуға иҫәп тота, заманса юғары технологиялы теплица комплекстары һәм логистик инфраструктура төҙөй, тип билдәләне Александр Рудаков. Төҙөлөштә ҡулланылған конструкциялар, материалдар һәм комплектлаусылар – башлыса ватанда етештерелгәндәр.

– Әлеге ваҡытта беҙҙең активта – 500 гектар теплица майҙандары. Беҙ 10 меңдән ашыу эш урыны булдырҙыҡ. Беҙҙең инновацион асыштар үҙәге бар, үҙебеҙҙең селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген төҙөү проектын әҙерләйбеҙ, – тип хәбәр итте Александр Рудаков. – Беҙ берлектәге эште башларға әҙер. Июлдә Башҡортостанға буласаҡ теплица комплексы өсөн ер участкаларын ҡарау өсөн килергә планлаштырабыҙ.

Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров менән Александр Рудаков ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “ЭКО-мәҙәниәт” агрохолдингы араһында инвестиция ниәттәре тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа төбәк вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм холдинг президенты Мария Бочарова ҡул ҡуйҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

https://bashgazet.ru

 

https://dimbuizary.ru/articles/i-tisad/2023-06-16/respublikala-teplitsalar-artasa-3301552

 

Автор:
Читайте нас: