Башҡортостанда яғыулыҡ ҡойоу станцияларының береһе хаҡты күтәргән. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, АИ-100 маркалы бер литр бензиндың хаҡы 30 тингә артҡан. Хәҙер ул 58,95 һумға һатыла. АИ-92 иһә 20 тингә ҡиммәтләнгән – 46,55 һум. АИ- 92 ATUM 30 тингә ҡыйбатыраҡ – 47,25 һум.
Бензиндың башҡа маркаларына хаҡ шул килеш ҡалған: АИ-95 ATUM –50,15 һум, дизель яғыулығының бер литры – 57,2 һум.
Операторҙың сайтында (https://bashneft-azs.ru/) урынлаштырылған мәғлүмәткә ярашлы, хаҡты 2023 йылдың 30 майында арттырғандар.
.
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-06-01/bash-ortostanda-benzin-a-ha-art-an-3283662