16 майҙа «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ZASPORT фабрикаһын асыу тантанаһы уҙҙы.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, брендҡа нигеҙ һалған Анастасия Задорина, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков һәм башҡалар ҡатнашты.
Анастасия Задорина һүҙҙәренсә, ZASPORT фабрикаһын асыу көнө – компания тарихында мөһим дата.
«Производство «Алға» махсус иҡтисади зонаһында урынлашҡан, был беҙгә өҫтөнлөктәр бирә, Башҡортостанға хеҙмәттәшлек һәм ярҙам өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Фабриканы проектлау этабы 2020 йылдың июленән 2021 йылдың июленә тиклем дауам итте, һуңынан төҙөлөш эштәре башланды, улар 2022 йылдың декабрендә тамамланды. Көҙгөһөн тулы проект ҡеүәтенә сығырға иҫәп тотабыҙ, был тәүлегенә 2250 берәмек тауар тигән һүҙ. Шулай уҡ яңы эш урындары булдырабыҙ - хеҙмәткәрҙәрҙе бушлай уҡытабыҙ, кешеләргә яңы һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәбеҙ», - тине Анастасия Задорина.
ZASPORT фабрикаһы алдынғы фирмаларҙың заманса ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Әҙер продукцияның күләме йылына 562 000 берәмеккә етеүе ихтимал. Әле фабрикаға 42 кеше эшкә урынлашҡан, бөтәһе 300-ҙән ашыу эш урыны булдырыла, тип билдәләне генераль директор. Компанияның Өфөлә фирма магазины эшләй. Инвестиция күләме 429 миллион һум тәшкил иткән.