Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Май 2023, 15:01

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы: «Республикала илебеҙ төбәктәре араһында иң арзан минераль ашламалар»

/

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуында төбәктә минераль ашламаларҙың арзан булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, уларҙың хаҡы —Рәсәйҙә иң түбәне.

«Беҙҙә ике минераль ашламалар заводы эшләй. Яңы технологиялар индерелә, һуңғы йылдарҙа аграрийҙар шыйыҡ ашламалар ҡуллана башланы. Улар күпкә һөҙөмтәлерәк һәм юғарыраҡ уңыш бирә», — тине ул.

Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән республика — илдә һатып алынған ауыл хужалығы техникаһы субсидияланған төбәктәрҙең береһе, тип билдәләне спикер. Ул хаҡынан 40% тиклем тәшкил итә.  

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда яҙғы сәсеү 80% тамамланған.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-05-16/bash-ortostandy-auyl-huzhaly-y-ministrly-y-respublikala-mineral-ashlamalar-ilebe-t-b-kt-re-ara-ynda-i-arzany-3259869

Автор:
Читайте нас: