Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Апрель 2023, 13:31

Һаҡсыл технологиялар производствоға индерелә

Һаҡсыл технологиялар производствоға индерелә

Һаҡсыл технологиялар производствоға индерелә
Һаҡсыл технологиялар производствоға индерелә

Республикабыҙҙың ҡатырға ҡаптар етештереүсе «Вэй Пак» компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”)  милли проектына ҡушылды. Был турала Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

„Вэй Пак” компанияһы - республикала милли проекттағы 153-сө ҡатнашыусы. Ярты йыл дауамында Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында улар производствоға һаҡсыл технологиялар индерәсәк. Был иһә процестарҙы ҡулайлаштырыу һәм етештереүгә киткән ваҡытты ҡыҫҡартыу иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә ярҙам итәсәк”, - тип һөйләне Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Виктор Романец.

Предприятиела 100 кеше эшләй. Компанияның производство-келәт комплексының дөйөм майҙаны өс мең квадрат метр тәшкил итә һәм үҙ эсенә производство, материалдар һәм әҙер продукция келәттәрен ала. Проект барышында предприятиела эшсе төркөмө төҙөйҙәр, эксперттар производство процестарын диагностикалауға тотонасаҡ һәм һаҡсыл производство ҡоралдарын индереү өсөн участка һайлаясаҡ. Шулай уҡ компания хеҙмәткәрҙәре уҡытыласаҡ.  

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: "Башинформ".

https://bashgazet.ru

 

https://dimbuizary.ru/articles/godpoleznihdel/2023-04-27/a-syl-tehnologiyalar-proizvodstvo-a-inderel-3236094

 

Автор:
Читайте нас: