Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Апрель 2023, 16:19

Башҡортостанда «Агростартап» гранттарына дәғүәселәрҙе һайлап алыу башланды

/

Башҡортостанда «Агростартап» гранттарына дәғүәселәрҙе һайлап алыу башланды
Башҡортостанда «Агростартап» гранттарына дәғүәселәрҙе һайлап алыу башланды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында 2023 йылда «Агростартап» программаһы буйынса грантҡа дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы эшләй башланы. Был хаҡта «Башинформ»ға аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Бөгөн ултырышта комиссия ғариза биреүселәрҙең документтарын программа шарттарына тап килеү-килмәүен тикшерә. Артабанғы ултырыштарҙа дәғүәселәр проекттарын яҡлай.

«Конкурс комиссияһының эше ведомствоның «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә, — тип билдәләне хөкүмәт вице-премьеры — Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. —Быйыл республикала «Агростартап» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаның дөйөм күләме 95 миллион һум тәшкил итә».

«Агростартап» гранттары Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам милли проекты сиктәрендәге «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты буйынса бүленә.

 

Автор:
Читайте нас: