Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Апрель 2023, 12:32

Өфөлә Ағиҙел яры буйында йылға вокзалын төҙөргә ниәтләйҙәр

/

Өфөлә Ағиҙел яры буйында йылға вокзалын төҙөргә ниәтләйҙәр
Өфөлә Ағиҙел яры буйында йылға вокзалын төҙөргә ниәтләйҙәр

Өфөлә Ағиҙел яры буйында йылға вокзалын төҙөү планлаштырыла. Был турала баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев туристик агентлыҡтар һәм туроператорҙар берекмәләре етәкселәре ҡатнашлығында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, Өфө — эшлекле һәм ваҡиғалар туризмы йәһәтенән Рәсәйҙең лидер ҡалалары иҫәбендә, ҙур конгресс һәм күргәҙмә майҙансығы булып тора. Өҫтәүенә сәнәғәт, гастрономия, медицина, әүҙем туризм үҫешә. Круиз туризмы тергеҙелде.

«Былтыр 80 мең самаһы кеше һыу транспорты менән файҙаланған. Алдыбыҙға яҡын киләсәктә Ағиҙел яры буйында йылға вокзалын төҙөү бурысын ҡуйҙыҡ», — тип белдерҙе Өфө мэры.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-04-13/na-naberezhnoy-beloy-v-ufe-hotyat-postroit-rechnoy-vokzal-3218288

Автор:Галина Бахшиева.
 
Фото:Валерий Шахов.
 
 
Автор:
Читайте нас: