Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Апрель 2023, 14:34

Аҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡ

50-нән 110 мең һумға тиклем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, тағы...

Аҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡ
Аҡсаны күберәк ҡайтарып буласаҡ

Рәсәй Дәүләт Думаһында социаль һалым түләүҙәрен күтәреү тураһындағы закон проектын беренсе тапҡыр уҡыу үткәрелде.

Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документ ил Президентының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнгән. Закон проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙәге граждандарға, тәү сиратта балалы ғаиләләргә ярҙам итеү.

Үҙгәрештәргә ярашлы, граждандар баланы уҡыуға алынған һалым ҡайтармаһын 50-нән 110 мең һумға тиклем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Уҡыуға, дауалауға, шул иҫәптән ғаилә ағзаларына, тағы дарыуға киткән сығымдар буйынса һалым ҡайтармаһы суммаһын 150 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Шулай итеп, баланың белем алыуға тиклем киткән сумманан - 14 300, дауалау һәм үҙеңдең уҡыу өсөн 19 500 һум аҡсаны кире ҡайтарып буласаҡ.

Фото: riabir.ru

Автор:
Читайте нас: