Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Март 2023, 09:25

Башҡортостан аграрийҙары Иранға үҫемлек майы һәм иген ебәреүҙе планлаштыра

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Интерфакс”ҡа хәбәр итеүенсә, 11-14 мартта Иранға сәфәр ваҡытында беҙҙең төбәктән был илгә үҫемлек майы һәм иген ебәреүе тураһында килешелгән.

“Иран менән беҙ күп яҡлы хеҙмәттәшлек билдәләнек. Агросәнәғәткә ҡағылышлыһы: беҙ үҫемлек майы поставкалауҙы хәл итәбеҙ. Республика 100 мең тоннаға тиклем май ебәрә ала. Әле түләү механизмы буйынса һөйләшеүҙәр бара. Бында һүҙ көнбағыш, рапс, арпа (ул малсылыҡ өлкәһендә ҡулланыла) майҙары тураһында бара. Икенсе йүнәлеш – иген”, тине ул.

Премьер-министр һүҙҙәре буйынса, әле махсус төҙөлгән эш төркөмө йөктө һөҙөмтәле алып барыу ысулын аныҡлай.

Андрей Назаров, Иран менән хеҙмәттәшлекте яйға һалып, беҙ тауарҙарыбыҙҙы Афғанстан, Ирак, Пакистан баҙарҙарына ла сығарыуҙы еңеләйтәбеҙ, тине.

Алдан хәбәр ителеүенсә, 2022 йылда Башҡортостан яландарынан 5,004 миллион тонна иген (был һан таҙартылып эшкәртелгәндән һуң. 2021 йыл менән сағыштырғанда ,2,4 тапҡырға күберәк), 1,371 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө (үҫеш - 40,5 процент), 422,7 мең тонна көнбағыш (үҫеш - 34,6 процент) йыйып алынған.

Фото:okl-neft.ru

Автор:
Читайте нас: