Өфөлә 21 мартта «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы асылды. Быйыл уның темаһы – «Рәсәй ауылының киләсәге».
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 37 төбәгенән, шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Көньяҡ Кореянан, Төркиәнән, Белоруссиянан 340 экспонент ҡатнаша.
Сараны Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры асты. Андрей Назаров билдәләүенсә, Рәсәйҙең ауыл хужалығы ғәйәт ҙур һәм тулы кимәлдә тормошҡа ашырылмаған ҡеүәткә эйә, форум агросәнәғәт комплексы проблемаларын һәм төп йүнәлештәрен тикшереү өсөн уңайлы майҙансыҡ булып тора.
«Башҡортостанда 95 миллиард һумдан ашыулыҡ 60 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Машина-транспорт паркы әүҙем яңыртыла — былтыр ауыл халҡы өсөн 3000-дән ашыу берәмек техника һатып алынған. Импортты алмаштырыу производствоһы үҙләштерелгән. Цифрлы технологиялар әүҙем индерелә. Беҙ — Рәсәйҙә ит, һөт, бал етештереү күләме буйынса алдынғыларҙың береһе, Волга буйы федераль округында иген етештереүселәр араһында тәүге өсәү иҫәбенә инәбеҙ», —тип билдәләне премьер-министр.
Андрей Назаров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәткән республика аграрийҙарының хеҙмәте хаҡында ла әйтте:
«Махсус ылау менән яугирҙәребеҙгә кәрәкле продукция, экипировка, техника һәм ҡорамалдар оҙатыла. «Башсельхозтехника» дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһында ошондай йөктәрҙе йыйып оҙатыу өсөн берҙәм логистик үҙәк эшләй. Бынан 67 гуманитар конвой оҙатылды».