Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Март 2023, 11:16

1 июлдән производствола зыян күргәндәргә түләүҙәр «Мир» картаһына ғына күсерелә

2023 йылдың 1 июленән производствола бәхетһеҙ осраҡтан зыян күргәндәргә айлыҡ түләүҙәр «Мир» түләү системаһы картаһына күсерелә, тип хәбәр иттеләр Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.

1 июлдән производствола зыян күргәндәргә түләүҙәр «Мир» картаһына ғына күсерелә
1 июлдән производствола зыян күргәндәргә түләүҙәр «Мир» картаһына ғына күсерелә

2023 йылдың 1 ғинуарынан «Милли түләү системаһы тураһында» федераль законға үҙгәрештәр көсөнә инде. Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, производствола бәхетһеҙ осраҡтан зыян күргәндәргә һәм һөнәри сирҙәр менән яфаланғандарға айлыҡ түләүҙәрҙе күсереү өсөн «Мир» милли түләү системаһының банк картаһын юлларға кәрәк.

«Был талап милли түләү инструменттарын ҡулланмайынса банк иҫәбенә ай һайын страховка түләүҙәре алыусыларға ғына ҡағыла», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ»ға Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Почта элемтәһе бүлексәләре йәки айлыҡ пособиелар таратыу менән шөғөлләнгән башҡа ойошмалар аша аҡса алыусыларға элекке график буйынса түләнә.

Банкта «Мир» картаһын асҡандан һуң, иҫәптең яңы реквизиттарын Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан райондарындағы һәм ҡалаларындағы бүлексәләренә тапшырырға кәрәк.

 

Автор:
Читайте нас: