Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Март 2023, 12:15

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы быйылғы сәсеүҙең тактикаһын һайланы

Иң мөһиме — ямғырҙар башланғансы сәсеүҙе тамамлау.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы быйылғы сәсеүҙең тактикаһын һайланы
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы быйылғы сәсеүҙең тактикаһын һайланы
 

Ауырғазы районында быйыл тәүге зональ агроконференцияһы уҙҙы. Унда Урал алды зонаһының 17 районы өсөн сәсеү стратегияһы тикшерелде.

«Һауа торошона аныҡ фараз биреп булмай, шуға күрә ҡоролоҡҡа әҙерләнәбеҙ. Былтыр сәсеүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тамамлауҙы талап иттеләр, майҙандарҙың 80% яҙғы культураларҙы сәсеп өлгөрҙөк һәм оттоҡ. Рекордлы уңыш үҫтереп алдыҡ. Быйыл да ошо сценарий буйынса эшләйбеҙ»,  — тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Сәсеү эштәрен — биш, ә уңыш йыйыуҙы ун көндә тамамлау яҡшы, әлбиттә, тине ул. Әммә бының өсөн күберәк техника — иген урыу комбайндары паркын ғына 2,5 тапҡырға арттырырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы башлығы.

Министр урынбаҫары Ирек Сураков мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда — 2,88 миллион гектарҙа (2022 йылда — 2,17 миллион гектар), ошо майҙандың 15% элиталы орлоҡтар сәсеү күҙаллана. Республика хужалыҡтарында һатыуға сығарыу өсөн 83 мең тонна «элита» бар, 86 мең тоннаға еткереү өсөн 3 мең тонна кәрәк. Элиталы орлоҡ һатып алыуға республика бюджетынан субсидия бүленә, тип хәтергә төшөрҙө ул.

 

 

Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-03-02/respublikany-auyl-huzhaly-y-ministrly-y-byyyl-y-s-se-e-taktika-yn-aylany-3163280

 

Автор:
Читайте нас: