Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Февраль 2023, 11:08

Республикала тоҡомло малсылыҡҡа ярҙам итеү өсөн 165 миллион һум субсидия бирелә

/

Республикала тоҡомло малсылыҡҡа ярҙам итеү өсөн 165 миллион һум субсидия бирелә
Республикала тоҡомло малсылыҡҡа ярҙам итеү өсөн 165 миллион һум субсидия бирелә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тоҡомло ҡошсолоҡто һәм малсылыҡты үҫтереүгә субсидиялар биреү өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Субсидияның ставкаһы — шартлы мал башына 3,5 мең һум. Аҡса малдарҙы аҫрау өсөн бүленә.

«Республикала индустриаль һөт фермаларын күбәйтеү пландарын иҫәпкә алып, беҙгә юғары продуктлы малдарҙы арттырырға  кәрәк. Башҡортостанда 81 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй. Дәүләт ярҙамы ошондай хужалыҡтарҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», — тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылда республикала фермерҙарға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тоҡомло малсылыҡ менән шөғөлләнергә рөхсәт биргән закон ҡабул ителде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-02-07/respublikala-to-omlo-malsyly-a-yar-am-ite-s-n-165-million-um-subsidiya-birel-3134045

 

Автор:
Читайте нас: