Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Февраль 2023, 12:06

2022 йылда республикала 129 юл яны сервисы эшләй башланы

Башҡортостанда былтыр 129 яңы юл яны сервисы асылған, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил иткән.

2022 йылда республикала 129 юл яны сервисы эшләй башланы
2022 йылда республикала 129 юл яны сервисы эшләй башланы

Ошо объекттарҙың 27-һе — федераль трассаларҙа, 55-е — республика, 36-һы — муниципаль-ара һәм 11-е урындағы юлдарҙа төҙөлгән.

Юл буйы сервис станцияларының күбеһе Иглин районында урынлашҡан, М-5 «Урал» трассаһының тығыҙ участкаһы ошо биләмә аша үтә.

Өфө һәм Ауырғазы райондарында — 8, Мәләүездә — 7, Туймазыла — 6, Благоварҙа һәм Хәйбуллала 5 объект төҙөлгән.

Ошо яңы объекттар иҫәбендә — 52 сауҙа объекты, 24 СТО, 23 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы (АГНКС, АГЗС), 15 дөйөм туҡланыу пункты, ете ҡунаҡхана, биш автомобиль йыйыу урыны, шулай уҡ өс ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала юл яны сервисын үҫтереү программаһы 2020 йылдан алып барыла. Ошо өлкәләге инвесторҙарға бер нисә шарт үтәлгән осраҡта дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Программа йылына кәмендә 100-ҙән ашыу объект төҙөүҙе һәм яңыртыуҙы күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас: