Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Декабрь 2022, 15:09

2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 16 242 һум була

/

2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 16 242 һум була
2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 16 242 һум була

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен (МРОТ) 16 242 һум күләмендә билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«2023 йылдың 1 ғинуарында минималь эш хаҡы күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләргә», — тиелә документ тексында. Шулай итеп, 6,3% арттырыу ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл МРОТ-ты ике тапҡыр арттырҙылар: 1 ғинуарҙан ул 13 890 һумғаса арттырылды, ә 1 июндән 15 279 һумға еткерелде.

Бөгөнгә Башҡортостанда МРОТ Урал коэффициенты менән 17 571 һум тәшкил итә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-12-19/2023-yyldy-1-inuarynan-minimal-esh-ha-y-k-l-me-ayyna-16-242-um-bula-3078696

Автор:
Читайте нас: