Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Ноябрь 2022, 11:02

Республика Хөкүмәте Ағиҙелде һәм Сибайҙы моноҡалалар исемлегенә индерергә йыйына

/

Республика Хөкүмәте Ағиҙелде һәм Сибайҙы моноҡалалар исемлегенә индерергә йыйына
Республика Хөкүмәте Ағиҙелде һәм Сибайҙы моноҡалалар исемлегенә индерергә йыйына
 

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ағиҙел һәм Сибай ҡалаларын моноҡалалар исемлегенә индереү буйынса эш хаҡында һөйләне.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы яғынан принципиаль ҡарарҙарҙың булмауы хәлде ҡатмарлаштыра, тип билдәләне ул. Республикалағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе күрһәткән уңышлы һөҙөмтәләр был ҡалаларҙағы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыр ине. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров ошо эште дауам итергә ҡушты.

Атап әйткәндә, Башҡортостандың биш моноҡалаһында (Бәләбәй, Күмертау, Белорет, Благовещен, Нефтекама) эшләгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә халыҡтың миграция үҫеше һәм эшһеҙлектең кәмеүе теркәлә. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, инвесторҙарҙың 2022  йылда ғына юғарыла әйтелгән биләмәләрҙә тормошҡа ашырған проекттары республика иҡтисадына 14 миллиард һум килтерергә тейеш.

 

Автор:Роман Якимчук.
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.
 
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-11-14/bash-ortostan-h-k-m-te-a-i-el-men-n-sibay-y-mono-alalar-isemlegen-indererg-yyyyna-3029071
Автор:
Читайте нас: