Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Ноябрь 2022, 15:23

11 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә...

Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала

11 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә...
11 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә...

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11 ноябрҙә тиҙ түләүҙәр системаһын ҡулланыу тураһында республикабыҙ халҡы һәм бизнес өсөн вебинар ойошторола. Дөрөҫөрәге, вебинарҙы Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса Милли банк бүлексәһенең идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова үткәрә.

– Унда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларынан вәкилдәр, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, айырым кешеләр, ғөмүмән, республикабыҙҙың халҡы ҡатнаша ала, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың финанстар министры Лира Иғтисамова. – Унда эшҡыуарлыҡта тиҙ түләүҙәр системаһын ҡулланыу мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре, уның өҫтөнлөктәре һәм банк карталарын ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек, шулай уҡ ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хаҡында һүҙ барасаҡ. Бушлай уҙғарылған вебинар урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙә башлана. Сарала ҡатнашыу өсөн код: 879-165-559, пароль яҙыу кәрәкмәй. Инеү өсөн һылтанма: https://cbr.imind.ru/.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов.
 
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-11-10/11-noyabr-s-t-11-3024289
Автор:
Читайте нас: