Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Октябрь 2022, 11:03

Өфөнән Пхукетҡа һәм Урумчиға яңы авиарейстар асыла

/

Өфөнән Пхукетҡа һәм Урумчиға яңы авиарейстар асыла
Өфөнән Пхукетҡа һәм Урумчиға яңы авиарейстар асыла

Федераль һауа транспорты агентлығы ведомство-ара комиссия ҡарары менән Өфө аэропортынан тағы бер нисә халыҡ-ара авиарейс ойошторорға рөхсәт итте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡарамағында ошондай документ бар. «Азимут» авиакомпанияһы аҙнаһына өс тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһы менән Ҡытайҙың Урумчи ҡалаһы араһында осоштар башҡарырға йыйына. Авиакомпания Өфөнән Сәмәрҡәндкә (Үзбәкстан) осоштар ойоштороуға ла рөхсәт алды.

«Азур Эйр» авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр Пхукетҡа (Таиланд) оса башлай.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
 
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-10-26/f-n-n-phuket-a-m-urumchi-a-ya-y-aviareystar-asyla-3003647
Автор:
Читайте нас: