Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Октябрь 2022, 14:48

Мохтаж ғаиләләрҙең килемен баһалағанда мобилизацияға эләгеүселәргә түләнгән аҡсаны иҫәпләмәҫкә тип тәҡдим иткәндәр

/

Мохтаж ғаиләләрҙең килемен баһалағанда мобилизацияға эләгеүселәргә түләнгән аҡсаны иҫәпләмәҫкә тип тәҡдим иткәндәр
Мохтаж ғаиләләрҙең килемен баһалағанда мобилизацияға эләгеүселәргә түләнгән аҡсаны иҫәпләмәҫкә тип тәҡдим иткәндәр

Был инициатива менән РФ Дәүләт Думаһының ғаилә эштәре буйынса комитеты башлығы Нина Останина сығыш яһаған тип белдерә «Известия».

Парламентсының фекере буйынса, яңы универсаль пособие булдырғанда ғаиләнең йән иҫәбенә тура килгән уртаса килемде баһалағанда мобилизацияға эләгеүсенең аҡса довольствиеһын иҫәпкә индермәү ғәҙел буласаҡ.

Быға хәтлем 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләүҙе тәғәйенләгәндә мобилизация иҫәпкә алынмай тиелгәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны ғариза биреү алдынан 4 ай алдан ғаиләнең бер йыллыҡ эш хаҡы килеме буйынса һанайҙар. Әгәр ҙә ғаилә башлығы быйлы сентябрь айында мобилизацияланһа, ҡатыны октябрҙә пособие юлларға ғариза бирһә, социаль түләүҙә ирҙең 2021 йылдың июненән 2022 йылдың майынса тиклем килеме ҡараласаҡ. Әгәр ҙә ғаилә башлығы был ваҡыт арауығында эшләмәйенсә сентябрҙә хәрби хеҙмәткә алынған осраҡта ғаиләгә пособие түләнмәйәсәк.

Әле Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы был һорау өҫтөндә эшләй.

 

Автор:Айбулат Ишназаров.
 
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-10-24/mohtazh-ail-l-r-e-kilemen-ba-ala-anda-mobilizatsiya-a-el-ge-sel-rg-t-l-ng-n-a-sany-i-pl-m-k-tip-t-dim-itk-nd-r-3000916
Автор:
Читайте нас: