Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Октябрь 2022, 10:56

1 декабргә тиклем мөлкәткә һалымдарҙы түләргә иҫкәртәләр

/

1 декабргә тиклем мөлкәткә һалымдарҙы түләргә иҫкәртәләр
1 декабргә тиклем мөлкәткә һалымдарҙы түләргә иҫкәртәләр

БР Финанс министрлығынан белдереүҙәренсә, 2022 йылдың 1 декабрендә физик шәхестәр тарафынан мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалымдарҙы түләүҙең берҙәм ваҡыты етә.  

Хөкүмәттең вице-премьеры – республиканың финанстар министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, һалымдарҙы үҙ ваҡытында өйҙән сыҡмайынса ғына онлайнда Рәсәй ФНС-ы сайтында йәки “Физик шәхестәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһы аша түләргә мөмкин.  Бынан тыш, “һалымдарҙы һәм пошлиналарҙы түләү” бүлегендә “Физик шәхестәрҙең һалымдарын, страховкалау взностарын түләү”, “Өсөнсө кешеләр өсөн һалымдарҙы түләү”, “Түләү поручениеһын тултырыу” кеүек интернет сервистары менән ҡулланып була.

Әгәр ҙә 1 ноябргә тиклем һалым түләү тураһында иҫкәртмә килмәһә һалым органына мөрәжәғәт итергә йәки «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» аша мәғлүмәт ебәрергә кәрәк.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Галина Бахшиева.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-10-18/1-dekabrg-tiklem-m-lk-tk-alymdar-y-t-l-rg-i-k-rt-l-r-2993063

Автор:
Читайте нас: