Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Октябрь 2022, 10:51

Көнбағыш майы сит илдәргә оҙатыла

Ярты йыл эсендә экспортҡа 40 мең тонна самаһы май ебәрелгән.

Көнбағыш майы сит илдәргә оҙатыла
Көнбағыш майы сит илдәргә оҙатыла

Башҡортостанда көнбағыш һуғыу дауам итә. Был майлы культура республика баҫыуҙарының 303 мең гектар майҙанында сәселгән. Бөгөнгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, 98 мең гектар самаһы, йәғни 32 проценты йыйып алынған.

143 мең тонна уңыш һуғылған, бер гектарҙан 14 центнер уңыш алынған. Иң яҡшы һөҙөмтә — Дүртөйлө, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй райондарында. Уларҙа гектарынан 20 центнер самаһы көнбағыш алғандар.

Үҫемлек майы Башҡортостанда ике заводта етештерелә. Уларҙың ҡеүәте тәүлегенә 2,5 мең тонна көнбағыш эшкәртеү мөмкинлеге бирә. Ауыл хужалығы предпритиелары йылына 320 мең тоннанан ашыу көнбағыш майы етештерә. Был республика халҡы ихтыяжынан ете тапҡырға күберәк. Шуға көнбағыш майын импортҡа сығарыу ҙа ҡаралған.

Ярты йыл эсендә көнбағыш майы етештереүселәр экспортҡа 66,5 миллион АҠШ долларына май ебәргән. Тәү сиратта продукцияны Төркиә менән Ҡытай күпләп ала икән.

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: oir.mobi

 

https://dimbuizary.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-17/k-nba-ysh-mayy-it-ild-rg-o-atyla-2990845

Автор:
Читайте нас: